4 декабрь, Йәкшәмбе

13 февраль 2014 йыл, 10:31

Рөстәм Хәмитов ШОС Эшлекле советы башҡарма директоры Сергей Канавский менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

12 февралдә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Эшлекле советы башҡарма директоры Сергей Канавский менән осрашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

ШОС һәм БРИКС саммитарын үткәреүгә әҙерлек планға ярашлы бара, тине Рөстәм Хәмитов.

— Был эште иң мөһим тип билдәләнек. Шул уҡ ваҡытта был ваҡиғаларға тик кәрәклене генә әҙерләйбеҙ. Глобаль, ғәйәт ҙур төҙөлөш эштәре алып барылмай. Саммитар үтәсәк Конгресс-холдың эске интерьеры яҡшыртыла. Ҡала инфраструктураһы өлөшө буйынса ҙур булмаған эштәр алып барыла. Республикала, атап әйткәндә Өфөлә, ҡунаҡханалар барлығында ҙур ғына бушлыҡ булды. Был бушлыҡты бөгөн тултырабыҙ – алты-ете яңы объект төҙөлә. Улар төрлө стадияларҙа бара. Әммә тап 2014 йыл аҙағына тиклем дүрт отель, 2015 йыл башында – тағы бер нисәне аласаҡбыҙ. Был беҙгә саммиттарҙы, талап ителгән шарттарға ярашлы, үткәрергә тулыһынса етәсәк.

Аэропортты һәм аэродромды яңырталар. Ул планға ярашлы эш. Ул уҙғарыласаҡ саммитарға ҡарамай. Аэропортыбыҙҙың халыҡ-ара өлөшө реконструкциялауҙы талап итә ине. Саммит – был осраҡта ресурстарҙы мобилизациялау, беҙҙең был предприятиенан яңы сифат алыу өсөн сәбәп кенә, — тип һөйләне республика башлығы.

Сергей Канавский үҙ сиратында, эре халыҡ-ара ваҡиғаны файҙаланыу мөмкинлеген, Башҡортостандың бөтә матурлығын күрһәтеү өсөн, һеҙ бик дөрөҫ һәм бик яҡшы файҙаланаһығыҙ, тип иҫәпләй. Тәҡдим ителгән концепция, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының дәүләттәр башлыҡтары самиты кеүек, ошондай эре сараны тормошҡа ашырыуҙа күрһәтелгән бөтә талаптарға тап килә, тип билдәләне Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Эшлекле советы башҡарма директоры.

Осрашыуҙың стенограммаһы менән БР Президентының рәсми сайтында танышырға була.