Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.92 ↑

EUR 70.37 ↑

16 август, Шаршамбы

Уфа   °

«Банктарҙың мәғлүмәти хәүефһеҙлеге» VI Урал форумы Әбйәлил районында үтәсәк

Иҡтисад

17-22 февралдә Башҡортостандың Әбйәлил районында «Юбилейный» шифаханаһы базаһында «Банктарҙың мәғлүмәти хәүефһеҙлеге» VI Урал форумы үтәсәк.

Республиканың Милли банкынан хәбәр итеүҙәренсә, форумда инновацион банк технологияларын индереү һәм мәғлүмәти хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, түләү системалары хәүефһеҙлеге, банк секторында киберенәйәтселекте иҫкәртеү һәм уға ҡаршы тороу мәсьәләләренә фекер алышыу ҡаралған. Форум программаһына тематик секциялар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм һүҙ көрәштереүҙәр ингән.

Форумда кредит ойошмалары етәкселәре, мәғлүмәти хәүефһеҙлек өлкәһе белгестәре, хәүеф-менеджерҙар, эске контроль хеҙмәте белгестәре, процессинг үҙәктәре етәкселәре ҡатнашасаҡ.

Форумды Рәсәй банктары ассоциацияһы Рәсәй Банкы рәсми ярҙамы менән «Авангард Үҙәк» компанияһы менән берлектә уҙғара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть