10 декабрь, Шәмбе

12 февраль 2014 йыл, 17:40

Баш ҡалала 100-ҙән ашыу эре эш биреүсе йәштәр өсөн вакансиялар тәҡдим итәсәк

автор: Эльмира Сабирова

26-27 февралдә Өфө «ВДНХ-ЭКСПО» территорияһында «Йәштәргә — эш!» ХXV республика акцияһының I этабы үтәсәк.

Был көндәрҙә төрлө өлкәнән 100-ҙән ашыу эре эш биреүсе сауҙанан һәм төҙөлөштән алып белем биреүгә тиклем вакансиялар тәҡдим итәсәк. Үҙенә ярашлы вариантты бөтәһе лә: йәйге каникул ваҡытында студенттар ҙа, йәш белгестәр ҙә, һайлай аласаҡ.

«Йәштәргә — эш!» акцияһы бөтә республика буйынса ай дауамында барасаҡ.

Беренсе тапҡыр ул 2003 йылда уҙа һәм шунда уҡ йәштәр араһында популярлыҡ яулай. Йыл һайын акцияла 100000-дән ашыу йәштәр ҡатнаша.

Сара 15 сәғәттә башлана.

Ойоштороусылары – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге.