10 декабрь, Шәмбе

12 февраль 2014 йыл, 17:25

Ирек Ялалов Өфө мэры итеп һайланды

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Ирек Ялалов Өфө ҡалаһы башлығы итеп һайланды. Тейешле ҡарар 12 февралдә ҡала Советының сираттағы ултырышында ҡабул ителде. Ирек Ялалов өсөн ултырышта ҡатнашҡан бөтә 33 депутат та тауыш бирҙе.

Ирек Ялаловтан тыш Совет ултырышында конкурс һынауын үткәндәр иҫәбенән тағы ла ике кандидат ҡаралды – ул Владимир Чернов һәм Сәид Закиров. Черновҡа ҡаршы 30 депутат тауыш бирҙе, өсәүһе икеләнеүен белдерҙе. Закировҡа ҡаршы 31 тауыш булды һәм ике депутат тауыш бирмәне.

Тауыш биреүҙән һуң яңы ҡала башлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйыу тантанаһы уҙҙы. Килешеүгә Ирек Ялалов һәм Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко ҡул ҡуйҙы. Ултырышта БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе Сергей Молчанов ҡатнашты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡала башлығы вазифаһына ун кеше дәғүә итте. Әммә дүрт кандидат документтарҙы дөрөҫ тапшырмау сәбәпле төшөп ҡалды. Тағы ла өсөүһе эксперт комиссияһының имтиханын үтә алманы. Һығымтала хакимиәт башлығы вазифаһын биләүгә өс кандидат раҫланғайны.