5 декабрь, Дүшәмбе

12 февраль 2014 йыл, 16:56

Рөстәм Хәмитов йәштәрҙе гражданлыҡ-патриотик рухта тәрбиәләү буйынса өҫтөнлөктәрҙе билдәләне

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәтендә республикала хәрби хеҙмәткә тиклемге йәштәрҙә гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү темаһына ултырыш үткәрҙе. Бөгөн Башҡортостанда күп һанлы музейҙар эшләй, йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби хеҙмәткә тиклемге әҙерлек үҙәге булдырылған, ләкин, шуға ҡарамаҫтан, йәштәр араһында армияла хеҙмәт итеүҙең абруйы кәмей бара, тип билдәләне ул.

— Байтаҡ күп егеттәр армияла хеҙмәт итеүҙән ситләшә, шуға күрә беҙгә тағы ла бер тапҡыр был хәлде уйларға һәм эҙмә-эҙлекле, маҡсат йүнәлешендә, тиҙ һөҙөмтә булмауын аңлап, эшмәкәрлекте дауам итергә кәрәк. Был эште кесе йәштән, мәктәптән алып, махсус уҡыу йорттарын асыуҙан алып башларға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

«КаДетство» проекты сиктәрендә Ишембайҙа Волга буйы федераль округының Башҡортостан кадет корпусы асылған. 2013 йылдың декабрендә Рәсәй Федерацияның Оборона министрлығы, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге һәм Башҡортостан Республикаһы араһында килешеү төҙөлдө, ул Башҡортостан кадет корпусына шефлыҡ ярҙамы күрһәтеү буйынса эштең тығыҙ үҙ-ара килешеп эш итеүенә һәм көйләүгә йүнәлтелгән.

— Әммә был корпус беҙҙә берәү генә, ә мәктәптәр 2000 самаһы. Бөтә шарттарыбыҙҙы һәм теләктәребеҙҙе тик был кадет корпусына ғына йүнәлтә алмайбыҙ һәм ундай хоҡуғыбыҙ юҡ, был аңлашылып тора. Уның базаһында сифатлы белем биреү йорто булдырыу беҙҙең маҡсат булып тора, әммә ул ошо системаның тик бер генә элементы. Беҙҙең ойошмалар, шул иҫәптән йәштәр ҙә, Патриотик тәрбиә биреү үҙәге менән бергә эшләргә, ДОСААФ төбәк бүлексәһенең базаһын тулы күләмдә файҙаланырға тейеш. Бында беҙҙең проблемалар ҙур, ғәйәт ҙур. Элекке һәм хәҙерге ДОСААФ – ике ҙур айырма. Элек унда тормош ҡайнаны, ә хәҙер – коммерция эшмәкәрлеге, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ, йәштәр робототехника, радиоэлектроника, бәләкәй авиация, программалау, юғары технологиялар өлкәһе менән әүҙем шөғөлләнһен өсөн техник спорт төрҙәрен үҫтереү зарур, тип билдәләне. Был йүнәлештәр билдәле кимәлдә хәрби көстәрҙә хеҙмәт итеүгә техник әҙерлек менән бәйле. Бынан тыш, төбәк башлығы, республикала волонтерҙар акциялары, уҡыу йорттары ҡарамағында Хәрби һәм Хеҙмәт Даны музейҙарының матди базаһын үҫтерергә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Һис шикһеҙ, киләсәк хеҙмәт итеүселәрҙе әҙерләгәндә физик культура, спорт мөһим әһәмиәткә эйә. Беҙ күп спорт объекттары төҙөйбеҙ, ләкин был ҡоролмаларҙы файҙаланыу сифаты яҡшыртыуҙы теләп ҡала. Унда әле әүҙем спорт тормошо юҡ, йәштәр йыш ҡына аҡса түләп спорт учреждениеларына йөрөй, ул ғөмүмән отошло түгел. Түләүле спорт секцияларына йөрөү – ул патриотик тәрбиәләү бурысын хәл итеү юлы түгел, — тип билдәләне Президент. — Сараларыбыҙҙың системаһы бөтә ҡатлам йәштәрен гражданлыҡ йүнәлешенең әүҙем эштәренә йәлеп итергә тейеш. Тегендә йә бында төрлө сәбәптәр арҡаһында килеп тыуған экстремизм, йәштәр араһында милли һәм дини түҙмәүсәнлек күренештәрен иҫкәртеүҙә, тәртипһеҙлеккә юл ҡуймауҙа эшләргә тейешбеҙ. Был өлөштә башҡарма власть органдары, учреждениелар, йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеген көйләү мәсьәләләрен республика Хөкүмәте ҡармағындағы Граждандарҙы патриотик тәрбиәләү һәм хәрби хеҙмәткә саҡырыуға әҙерлек буйынса ведомство-ара координация советында тикшерергә кәрәк. Дөйөм алғанда ауыр, күренмәгән эштәр күп, шул уҡ ваҡытта улар кәрәкле һәм мөһим. Беҙ был эшмәкәрлекте нисек ойоштороуҙан күп нәмә тора. Беҙ бөгөн аҡланыуҙар эҙләргә тейеш түгел, ә әгәр ниндәйҙер эшләп бөтөлмәгәнлектәр булһа үҙебеҙ бөтәһен дә ойошторорға, был эште үтәргә тейешбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.