7 декабрь, Шаршамбы

12 февраль 2014 йыл, 13:35

Өфөлә Урал халыҡтарының тарихы тураһында китаптың исем туйы үтә

автор: Әлим Фәйезов

Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың үҙәк корпусында «Урал һәм Волга буйы халыҡтарының тарихына яңы ҡараш» китабынының исем туйы үтәсәк. Китаптың авторы – крайҙы өйрәнеүсе, социология фәндәре кандидаты Йәдкәр Баширов.

Үҙенең монографияһында ғалим Бөйөк Башҡортостандың булғанын раҫлай, уның халҡы берҙәм боронғо төрөк теленең башҡорт-ҡыпсаҡ диалектын йөрөтөүселәр булған.

Сараға профессорҙар, тарих фәндәре докторҙары һәм студенттар саҡырылған.

Башлана 15 сәғәттә.