Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Төбәктә тулайым һауым 132 мең тоннанан артты

Иҡтисад

Йыл башынан алып Башҡортостанда тулайым һауым 132,2 мең тоннаға етте, уларҙың 57,4 мең самаһы һатылған.

Ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары өлөшөнә 61 һәм 53,6 мең тоннанан ашыу һөт тура килә.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғинуар башынан алып Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондарының ауыл хужалығы предприятиелары иң күберәк һөт һауып алған һәм һатҡан.

Бынан тыш, йыл башынан алып халыҡтан тотош республика буйынса 3,75 мең тоннанан ашыу һөт һатып алынған.

Әлеге ваҡытта 14 район хужалыҡтары һәр һыйырҙан көн һайын 10-15-шәр килограмм һөт һауып ала. Бөгөнгә иң яҡшы һөҙөмтәлелек саҡмағоштарҙа (һәр һыйырҙан көнөнә 15-шәр килограмм һөт) билдәләнә. Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазы райондарында был күрһәткес саҡ ҡына түбәнерәк 14,8 һәм 14 килограмм тейешенсә.

БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, хәҙер көн һайын һәр һыйырҙан уртаса республика буйынса 9,7-шәр килограмм һөт алалар, ул былтырғы күрһәткестән 200 грамға күберәк.

Төбәктә 2014 йыл башынан алып уртаса һәр һыйырҙан бөтәһе 371 килограмм һөт алынған. Был 2012 йылдың ошо уҡ ваҡыттағы күрһәткестәре менән сағыштырмаса 7 килограмға күберәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть