3 декабрь, Шәмбе

12 февраль 2014 йыл, 12:31

Өфөлә коммуналь һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса вакансиялар йәрминкәһе уҙасаҡ

автор: Галина Бахшиева

Өфө мәшғүллек хеҙмәте 13 февралдә сираттағы вакансиялар йәрминкәһен уҙғара. Быныһында коммуналь, социаль һәм персональ хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса предприятиелар уның ҡатнашыусылары буласаҡ.

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге – йәштәр хеҙмәт биржаһы хәбәр итеүенсә, үҙенең вакантлы эш урындарын 25 самаһы эш биреүсе тәҡдим итәсәк. Дөйөм алғанда улар дәғүә итеүселәргә 300 тирәһе буш эш урыны күрһәтәсәк.

Иртәгә тәҡдим ителәсәк вакансиялар иҫәбендә – торлаҡ-коммуналь хужалыҡта эш тәжрибәһе булған мастер, бухгалтер, мерчендайзинг буйынса әйҙәүсе белгес, хеҙмәт һәм хәүефһеҙлек техникаһын һаҡлау буйынса инженер, сауҙа залы администраторы, персонал буйынса менеджер ярҙамсыһы, дөйөм туҡланыуҙа етештереү администраторы, икмәк бешереүсе – кондитер, урам һепереүсе, баҫҡыстар араһындағы майҙансыҡтарҙы йыйыштырыусы, слесарь-сантехник, секретарь, социаль педагог, парикмахер һәм шәфҡәт туташы.

Бөтә хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә.

Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты: Өфө, Ибраһимов бульвары, 47/1, 10 сәғәттән 12 сәғәткә тиклем.