3 декабрь, Шәмбе

12 февраль 2014 йыл, 12:04

Республикала ветерандар хәрәкәте активистары дәүләт наградаларына лайыҡ

автор: Сергей Захаров

Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 25 йыллығын һәм Ватан һаҡлаусылары көнөн байрам итеү алдынан Башҡортостан Президенты ветерандар хәрәкәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне, һөҙөмтәле йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн граждандарҙы дәүләт наградалары менән наградлау тураһындағы бер нисә указға ҡул ҡуйҙы.

Дәүләт Йыйылышы депутаты, парламенттың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Наил Ғиззәтуллин Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры булды. Ул шулай уҡ БР Хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмәғәт ойошмаларының координация советы рәйесе булып тора. Наил Ғиззәтуллин – хәрби летчик, уның яурынында 900-ҙән ашыу хәрби осоу. Афғанстанда һәм Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә, Чернобыль атом электростанцияһында авария, Әрмән ССР-ы Спитак ҡалаһында ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә, Әзербайжанда, Үзбәкстанда, Приднестровьела милләт-ара конфликттарҙы көйгә һалыуҙа ҡатнаша.

БР Мотлаҡ медицина страховкалау территориаль фондының Дүртөйлө филиалы директоры Йәмил Исхаков «Башҡортостан Республикаһында фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе менән наградланды.

Октябрский ҡалаһының һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты рәйесе Мәсғүт Ғәлләмов, Өфө ҡалаһының Октябрь районы хәрби хәрәкәттәр ветерандары советы рәйесе Илдар Иҙрисов, хәрби пенсионер Анатолий Мурзин, хеҙмәт ветераны Анатолий Кузнецов Башҡортостандың Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Шулай уҡ был исемлектә – Республика һуғыш ветерандары госпиталенең граждандар оборонаһы штабы начальнигы Әлфит Лоҡманов, Иглин район дауаханаһының ренгент-лаборанты Роза Исламова һәм Өфө фәнни-техник үҙәге директоры Альберт Иҡсанов.

Башҡортостан Президентының Рәхмәт хаты менән Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының Өфө ҡалаһының Киров һәм Ленин райондары буйынса бүлек начальнигы ярҙамсыһы Мәүлет Гаймалов билдәләнде.