11 декабрь, Йәкшәмбе

12 февраль 2014 йыл, 11:08

Башҡортостан Хөкүмәте 2014 йылда үҙ эшенең приоритеттарын билдәләне

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Хөкүмәте 2014 йылда үҙ эшмәкәрленең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен раҫланы. Һөҙөмтәле дәүләт идара итеү сиктәрендә, атап әйткәндә, 2020 йылға тиклем Республиканың Социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһына төҙәтмәләр индереү уйланыла. Һөҙөмтәлә тулайым төбәк продуктын – кәм тигәндә 5 процентҡа, сәнәғәт производствоһы индексын – кәм тигәндә 4 процентҡа, төп капиталға инвестициялар күләмен кәм тигәндә 6 процентҡа үҫтереү көтөлә.

Хөкүмәт планында «БР стратегик планлаштырыу тураһында» закон, төбәктең территориаль үҫеше концепцияһын әҙерләү һәм ҡабул итеү, шулай уҡ башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән башҡа сараларҙы тормошҡа ашырыу.