7 декабрь, Шаршамбы

12 февраль 2014 йыл, 10:33

«Рәсәйҙә эшләнгән» сифат билдәһенең логотипы билдәләнде

автор: Галина Бахшиева | фото: Лариса Ветлугина коллажы

«Рәсәйҙә эшләнгән» сифат билдәһенең иң яҡшы логотипына бөтә Рәсәй асыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурсҡа ебәрелгәндең 500-ҙенән «Акопов-дизайн» студияһы арт-директоры Дмитрий Мордвинцевтың эше иң яҡшыһы тип танылды.

Бишмөйөш эсенә яҙылған «К» хәрефе тиҙ ваҡытта Рәсәйҙә етештерелгән бөтә юғары сифатлы продукттарҙа барлыҡҡа киләсәк.

«Труд» гәзите хәбәр итеүенсә, РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы конкурс тураһында 2013 йылда иғлан иткәйне. Унда һәр кем ҡатнаша алды: дәрәжәле дизайнерҙарҙан алып профилле һөнәр студенттарына тиклем. Конкурс Рәсәй продукцияһы сифатын раҫлаусы системаны булдырыу сиктәрендә уҙғарылды. Төп маҡсаттарҙың береһе – эске һәм тышҡы баҙарҙа үҙебеҙҙең продукттарҙы киң йәйелдереү.

Илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ҡулланыусыларҙың сифат билдәһенә, Совет дәүләте тарҡалғандан һуң юғалған, ышанысын кире ҡайтарырға теләй. Билдә 1967 йылдың 20 апрелендә производствоның сифатын һәм һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн индерелә.

Сифат билдәһе тауарға йәки уның төргәгенә төшөрөлә, шулай уҡ этикеткаларҙа һәм ярлыҡтарҙа урынлашҡан. Уны ҡаҙаныу өсөн етештерелгән продукцияның сифатына дәүләт аттестацияһын үтергә кәрәк ине. Ләкин 1980 йылдан һуң контроль насарлана, шунлыҡтан ҡулланыусының ышанысы юғала. Ҡулланыусыларҙың ышанысын ҡабаттан яулар өсөн яңы «Рәсәйҙә эшләнгән» сифат билдәһе уйлап табылды.

2013 йылдан алып быға оҡшаш проект Башҡортостанда тормошҡа ашырыла. БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты «Башҡортостан продукты» билдәһен әҙерләүсе булып тора. Бындай үҙ ирке менән маркалау юғары ҡулланыу сифатына эйә булыусы республика аҙыҡ-түлек тауарҙарын етештереүселәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Проекттың төп маҡсаты – урындағы предприятиеларҙың продукцияһына ҡулланыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеү, шулай уҡ уны эске кеүек, тышҡы баҙарҙа ла киң йәйелдереү.

«Башҡортостан продукты» билдәһе аҙыҡ-түлек тауарҙарының республика территорияһында етештерелгәнлеген һәм сифат һәм туҡланыу продукттарының хәүефһеҙлеге өлкәһендә ҡануниәткә ярашлы икәнлеген раҫлай.

Тик Башҡортостан территорияһында урындағы сеймалдан аҙыҡ-түлек етештереүселәргә генә проектта ҡатнашырға рөхсәт бирелә. Шул уҡ ваҡытта «Башҡортостан продукты» билдәһе менән алкоголь продукцияһын, шул иҫәптән һыраны, маркалау рөхсәт ителмәй.

2014 йылда БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты «Башҡортостан продукты» проектында ҡатнашыусыларҙың иҫәбен кәм тигәндә 200-гә тиклем еткерергә планлаштыра.

Бөгөнгө көнгә сатырлы бренд 75 республика етештереүсеһен берләштерә.