Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Ғафури районында Мәҙәниәт йылы театрлаштырылған тамаша менән асылды

Йәмғиәт

Ғафури районының «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә һәм Сәйетбаба мәҙәни һәм ял итеү үҙәгендә республикалағы Мәҙәниәт йылына старт бирелде. Был көндө сәхнәлә «Аулаҡ» исемле театрлаштырылған тамаша күрһәтелде.

Тамашала «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, Сәйетбаба мәҙәни һәм ял итеү үҙәге, райондың Ҡаранйылға, Ҡолҡан, Усман ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Элек йәштәр йыш ҡына аулаҡҡа йыйылған. Аулаҡ өйҙә өлкәндәр булмағанда үткәрелгән. Ул кисәләрҙә йәштәр төрлө уйындар уҙғарған, ҡыҙҙар һәм егеттәр йырҙар йырлаған, төрлө-төрлө тарихтар һөйләгән.

Ҡуйылған тамашанан өлкән быуын кешеләре йәшлектәрен иҫкә төшөрҙө. Ә йәштәр башҡорт халҡының тағы ла бер йолаһы менән яҡынданыраҡ танышты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть