7 декабрь, Шаршамбы

11 февраль 2014 йыл, 17:23

Баш ҡала ихаталарын төҙөкләндереүгә Өфө бюджетынан 250 миллион һум бүленә

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Өфө ихаталарын төҙөкләндереүгә ҡала бюджеты 250 миллион һум бүләсәк. Был хаҡта үткән матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владимир Дмитрюк хәбәр итте.

Эштәр сауҙалашыуға февраль аҙағында – март баштарында ҡуйыласаҡ.

2014 йылда шулай уҡ урамдарҙы киңәйтеүҙе дауам итеү планлаштырыла. Йәйен эштәр Сочи урамында, Октябрь проспектында (Аграр университетынан алып Галле ҡалаһына тиклем), Интернациональ, Төбә һәм Вологод урамдарында дауам ителәсәк. Йылытҡандан һуң Чесноковка юл күперендә эшкәртеү эштәре, «Өфө — Аэропорт» трассаһында ер өҫтө үткәүелдәре, Затон яғына күпер һәм Өфөнөң көньяҡ битләүендә дамба төҙөү башланасаҡ.

Йылытыу миҙгеле үтеп барыуы тураһында һөйләгәндә Владимир Дмитрюк, коммуналь авариялар эҙемтеләре тиҙ бөтөрөлдө һәм кешеләр уңайһыҙлыҡ кисермәне, тип билдәләне. Сатлама һыуыҡтарҙа Октябрь проспектында ҡала Советы районындағы йорттарҙы йылытыуҙа етди проблемалар булды: улар Өфөнөң иң юғары нөктәләре булып һанала. Был районды йылы менән тәьмин итеүсе ТЭЦ-2 96 метр кимәлендә урынлашҡан, ҡала Советы районындағы йорттар – 200 метр самаһы кимәлдә. Йылы әйләнеп йөрөһөн өсөн баҫым юғары этаждарға тиклем барып етмәне.

— Яҡын ваҡыт эсендә был технологик проблема хәл ителәсәк, — тип аңлатты Владимир Дмитрюк. — Бәлки, йорттарҙы шәхси насос менән йыһазландырырбыҙ, хәҙер проектсылар технологик схеманы үҙгәртеү мөмкинлеген өйрәнә.

Һүҙ ҡар таҙартыу һәм сығарыу тураһында сыҡты. Владимир Дмитрюк, ихаталар территориялары таҙартылған, махсус машиналар кәрәкле осраҡта үтеп инә ала, тип билдәләне. Эш ихаталарҙа ҡуйылған һәм ташланған машиналар арҡаһында ҡатмарлаша. Өфөнөң заманса тығыҙ ихаталары шарттарында МТЗ һәм ДК кеүек эре техника файҙалы эшләй алмай, бәләкәй габаритлы техникалар кәрәк, тип билдәләне хакимиәт башлығы урынбаҫары.