Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Һылыукай-2014» конкурсында 12 башҡорт гүзәле ҡатнашасаҡ

Мәҙәниәт

«Һылыукай-2014» башҡорт гүзәллек бәйгеһенең гала-концертында ҡатнашыусыларҙың исемдәре асыҡланды. Өс турҙан һуң 12 ҡыҙ һайлап алынды. Улар араһында – Санкт-Петербургтан Алина Байзакова, Мәскәүҙән – Камилә Биҡҡолова, Магнитогорскиҙан Гөлнара Шәмсетдинова. Учалынан Лилиә Вилдәнова, Сибайҙан Раушания Юлдыбаева һәм Элвира Ғүмәрова сығыш яһаясаҡ. Ҡалған ҡыҙҙар республика райондарынан: Мәләүездән Айгөл Вәлитова, Әбйәлилдән Элвира Иҫәнбулатова, Көйөргәҙенән Гөлназ Сәлтәшева, Ейәнсуранан Ләйлә Харисова, Ғафуриҙан Илүзә Йәғәфәрова.

Йыл һайын уҙғарыла торған башҡорт сибәрҙәренең конкурсына быйыл 40 самаһы заявка бирелгәйне.

Иң матурҙарын һәм лайыҡлыларын жюри ағзалары 4 мартта Өфө Ҡала Мәҙәниәт һарайында үтәсәк конкурс финалында һайлаясаҡ, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть