3 декабрь, Шәмбе

11 февраль 2014 йыл, 16:19

Өфөлә – «БашФермер» – «ашарға яраҡлы» проект тормошҡа ашырыла

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә «БашФермер» үҙенсәлекле проект тормошҡа ашырыла башланы.

«БашФермер» – Башҡортостанда етештерелгән тәбиғи һәм саф туҡланыу продукттарын һатыу һәм килтереп биреү.

Бөгөн күп кенә һатып алыусылар, айырыуса ҙур ҡалаларҙа, супермаркеттарҙа һәм эре сауҙа үҙәктәрендә продукттар тулып ятыуға ҡарамаҫтан, тәбиғи һәм файҙалы продукттарҙы артыҡ күрә.

— «БашФермер» — ул ғәҙәткә ингән продукттар магазины түгел. Беҙ туранан-тура етештереүселәр – бөтә республика буйынса ауыл халҡы һәм фермерҙар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Беҙҙең проект һатып алыусыларҙы урындағы саф, тәбиғи һәм, әлбиттә, сифатлы продукция менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән, — тип билдәләне «Башинформ» агентлығы менән әңгәмәлә «БашФермер» проекты инициаторы һәм етәксеһе Ләлә Ҡунаҡаева.

Урындағы туҡланыу продукттарын һатыу буйынса интернет-магазин барыһы өсөн иҫәпләнгән. Әммә йышыраҡ «БашФермер» хеҙмәттәре менән үҙенең ваҡытын һәм аҡсаһын баһалаусылар файҙалана. Ҡағиҙә булараҡ, ул бер-ике балаһы булған ғаиләләр.

— Бөгөн был баҙар асыҡ, талап ителеүсән һәм ҡыҙыҡлы. Ауыл продукцияһын һатып алыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Киләһең дә һатып алаһың. Бындай һатып алыуҙың ҙур минусы – һатыусы менән кире бәйләнеш булмау, һин уның кем һәм ҡайҙан икәнлеген белмәйһең. Беҙҙең төп өҫтөнлөк – кире бәйләнеш булыуы һәм тәьмин итеүсенең кем икәнлеген белеүебеҙ, һатып алыусылар алдында улар етештергән продукцияға яуап биреүебеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ләлә Ҡунаҡаева.

Проект етәксеһе фекеренсә, хеҙмәттәшлек өсөн иң яҡшы вариант – ул кәрҫтиән (фермер) хужалыҡтары, улар үҙ продукцияһын һатыуҙа ҡыҙыҡһыныу ғына түгел, ә кәрәк саҡта тиҙ генә профилде алмаштыра ала. Уларға продукттар линейкаһын үҙгәртеү еңелерәк, шуға күрә, улар үҙ эшендә һығылмалы.

Әммә бындай хеҙмәттәшлектә күбеһенсә ике яҡлы ҡыҙыҡһыныу булырға тейеш, тип иҫәпләй «БашФермер» проекты етәксеһе. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл иткән осраҡта ғына иң мөһим – өфөлөләргә ҡиммәт булмаған хаҡтар буйынса саф, сифатлы ауыл продукцияһын үҙ ваҡытында һәм күпләп килтереүгә – өлгәшеп була.

Шул арала, Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр союзының Республика съезында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, «беҙҙең ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, ауыл хужалығы йәмғиәттең нигеҙе булып тора».

— Мин йыш ҡына беҙҙең инициативалы фермерҙарҙы миҫалға ҡуям. Былтыр республика фермер хужалыҡтары 2012 йылдың етештереү күрһәткестәрен сиреккә яҡшыртты. Бик яҡшы темп алынған. Эре ауыл хужалығы предприятиелары бындай үҫеш менән маҡтана алмай. Иң юғары үҫеш темптарын нәҡ бәләкәй бизнес бирә: иҡтисатыбыҙҙың үҙенсәлекле һәм хәрәкәтсән авангарды, — тип иҫәпләй төбәк башлығы.

Төбәк тулайым продукцияһының дөйөм күләмендә фермерҙарҙың өлөшө былтыр һигеҙ процент тәшкил итте. Айырыуса уңышҡа үҫемлекселектә өлгәшеп булды. Шул уҡ ваҡытта бөгөн төбәктә етештерелгән игендең һәм көнбағыш орлоғоның дүрттән бер өлөшө, шәкәр сөгөлдөрөнөң 14 проценты крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары өлөшөнә тура килә.