Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса республика олимпиадаһы үтәсәк

Йәмғиәт

14 февралдән 15-нә тиклем Республика иҡтисад лицей-интернаты нигеҙендә «Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте» һәм «Тормош мәктәбе» предметтары буйынса олимпиада үтәсәк, унда муниципаль һәм ҡала этаптары еңеүселәре – 8-9 синыф уҡыусылары ҡатнашасаҡ.

Олимпиаданың республика этабы ике турҙа үтә: беренсе – яҙыу эшен үтәү; икенсе – жюри тәҡдим иткән тема буйынса телдән сығыш яһау. Беренсе һәм икенсе турҙа олимпиаданың бөтә ҡатнашыусылары ҡатнаша ала.  Еңеүселәрҙе бүләкләү 15 февралдә уҙа.

Интеллектуаль ярышта ҡатнашыуҙан тыш, уҡыусылар Рудольф Нуриев тураһында «Визит» фильмын ҡараясаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Мәғариф министрлығынан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть