8 декабрь, Кесе йома

11 февраль 2014 йыл, 15:12

Композитор Салауат Низаметдиновтың хәтирәләр китабын һуҡырҙар уҡый аласаҡ

автор: Гөлфиә Акулова

Композитор Салауат Низаметдиновтың «Салават. Исповедь» китабы һуҡырҙар өсөн цифрлы форматта нәшер ителгән. Баҫма төрлө форматтарҙа сыҡҡан. Насар күреүселәр өсөн яҫы баҫмала ҙурайтылған шрифт менән китаптар варианты бар. Рельеф-нөктәле шрифт менән йәғни Брайль буйынса шрифт менән баҫма һуҡырҙар өсөн тәғәйенләнгән.

Башҡортостан Республикаһының махсус китапханаһы хәбәр итеүенсә, был аҙнала композитор китабының тауышлы версияһы өҫтөндә эш тамамланды. Әлеге ваҡытта әҫәр цифры һаҡланған форматҡа күсерелгән һәм китапхананың мәғлүмәттәр базаһынан күсереп алырға була. Китап Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың билдәле сәнғәт эшмәкәренең хәтирәләр йыйылмаһынан тора. Хәтирәләр китабын төҙөүселәрҙең береһе, музыка белгесе Викторий Симонов билдәләүенсә, баҫмала тарихи персонаждар, үткәндәрҙе иҫкә алыу, әлеге ысынбарлыҡ һәм киләсәк берләшә. «Китап күп кешеләргә кәрәк булыуына тулыһынса ышанам», ти ул.

Белешмә. Композитор Салауат Низаметдинов – БР һәм РФ атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғәлимов Сәләм, Дмитрий Шостакович исемендәге премиялар лауреаты. Ул ике йөҙҙән ашыу эстрада йырҙары, спектаклгә музыка, документаль һәм нәфис фильмдарға музыка яҙған. Һуҡыр булараҡ ул республиканың иң популяр һәм талап ителгән композиторҙарҙың береһе булды. Салауат Низаметдинов 2013 йылдың июлендә донъя ҡуйҙы.