3 декабрь, Шәмбе

11 февраль 2014 йыл, 12:52

Ҡышҡы Олимпия уйындары-2014: 11 февралдә – Вилухина һәм хоккейсылар өсөн янып-көйәбеҙ

автор: Дмитрий Слезин

Шишәмбе, 11 февралдә, Сочиҙа Олимпия уйындарын Башҡортостан көйәрмәндәре айырыуса күҙәтәсәк.

Биатлон буйынса ярышта – пасьютта – ҡатын-ҡыҙҙарҙың Рәсәй, тыуған Межгорье һәм хәҙер йәшәгән Новосибирск ҡалаһы өсөн Ольга Вилухина йүгерәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, спринтта ул «көмөш» яуланы, шуға күрә бөгөн чемпион Анастасия Кузьмина (Словакия) артынан икенсе булып старт ала. Ярыш 19 сәғәттә башлана (Мәскәү ваҡыты).

Хоккей буйынса Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы төркөм турнирында икенсе матчты үткәрә. Быныһында ярышташ, Швецияға 0:1 еңелгән, Япония командаһы буласаҡ.

Олимпиада алдынан дуҫтарса матчта рәсәйлеләр япондарҙы көс-хәл менән 3:2 иҫәбе менән еңгәйне.

Үҙенең беренсе матчында Рәсәй Германияны 4:1 иҫәбе менән еңде. Ике һөҙөмтәле тапшырыу менән Өфө «Ағиҙеле» хоккейсыһы Инна Дюбанок, берешәр тапҡыр – уның клубташтары Анна Шибанова һәм Алена Хомич айырылды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йыйылма өсөн тағы ла «ағиҙелселәр» Ангелина Гончаренко, Елена Дергачева һәм Екатерина Пашкевич уйнай.

Рәсәй – Японияға матчы 19 сәғәттә башлана (Мәскәү ваҡыты).

темалар: сочи-2014