10 декабрь, Шәмбе

11 февраль 2014 йыл, 12:04

Башҡортостанда табипҡа кәрәҙле телефон аша яҙылып була

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда табипҡа ҡабул итеүгә кәрәҙле телефон аша ла яҙылып була. Был хеҙмәт БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Бәйләнеш-үҙәгенең Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәге аша ғәмәлгә ашырыла. Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәге Стәрлетамаҡта медицина мәғлүмәт-аналитика үҙәге базаһында урынлашҡан һәм эшләй.

Бөгөнгө көнгә Төбәк медицина мәғлүмәт-аналитика системаһын файҙаланыу менән Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә Стәрлетамаҡ, Октябрь медицина ойошмалары һәм Талбазы, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Бүздәк Үҙәк район дауаханалары тоташҡан. 2014 йыл аҙағына тиклем, Өфөнән тыш, бөтә республика халҡын хеҙмәтләндерергә планлаштыралар.

— Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәге эшенең схемаһы былай: үрҙә һаналып кителгән медицина ойошмаларына беркетелгән пациенттан табипҡа яҙылыу маҡсатында шылтыратыу килгәндә ул, ошо теләһе ҡайһы медицина ойошмаларында булған, буш оператор менән менән бәйләнешкә инә. Оператор пациенттың беркетелеү урыны буйынса беренсе звенолағы (терапевт, педиатр, гинеколог, стоматолог) табипҡа ҡабул итеүгә яҙырға тейеш. Кәрәҙле телефондан 0710 (МТС һәм «Билайн») һәм 0071 («МегаФон») ҡыҫҡа һандарға шылтыратыу бушлай. Шул уҡ ваҡытта теркәү, өй телефоны һәм интернет аша яҙылыу һаҡланасаҡ, — тип аңлатты БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат секретары Светлана Кускарбекова. — Пациентҡа беренсе звено белгесенең ашығыс консультацияһы кәрәк булған осраҡта, оператор шылтыратыусыға йәшәү урыны буйынса медицина учреждениеһында кәрәкле табибтың яҡын арауыҡта ҡабул итеү ваҡыты тураһында мәғлүмәт еткерергә тейеш.

темалар: һаулыҡ һаҡлау