3 декабрь, Шәмбе

11 февраль 2014 йыл, 10:52

Уҡытыусыларҙы дәртләндереүгә Башҡортостанға 7 миллион һум бүленгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

2014 йылда яҡшы уҡытыусыларға аҡсалата дәртләндереүҙе түләргә Башҡортостан ете миллион һум аласаҡ. Федераль бюджеттан субсидияларҙы бүлеү тураһындағы тейешле бойороҡҡа Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы.

Аҡсалата түләү уҡытыу һәм тәрбиәләү эшмәкәрлеген, уҡытыусыларҙың ижади һәм профессиональ потенциалын дәртләндереүгә йүнәлтелгән.

Билдәләнгән субсидиялар «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2006 йылдан алып бирелә. 2014 йылда 200 мең һум күләмендә аҡсалата дәртләндереүҙе иң яҡшы бер мең уҡытыусы аласаҡ. Башҡортостанда наградалар 35 педагогҡа тапшырыласаҡ.

Аҡсалата дәртләндереү конкурс һөҙөмтәләре буйынса түләнәсәк. Конкурсты үткәреү тәртибе һәм иң яҡшы уҡытыусыларҙы һайлау конкурсы критерийҙары Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан билдәләнгән. Конкурсты үткәреүҙең төп принциптары – билдәлелек, асыҡлыҡ һәм уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегендә стажы өс йылдан да кәм булмаған уҡытыусыларҙың унда ҡатнашыуы өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыу.