3 декабрь, Шәмбе

10 февраль 2014 йыл, 16:51

Башҡортостан Президенты һәм «Рәсәй геологияһы» холдингы башлығы ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләренә фекер алышты

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

10 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Рәсәй геологияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Роман Павлов менән осрашты. Ер аҫты геологияһын өйрәнеүҙе артабан дауам итеү өсөн шарттар булдырыу менән бәйле мәсьәләләргә фекер алышыу булды, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

— Башҡортостан һәм «Рәсәй геологияһы» акционерҙар йәмғиәте араһында килешеү төҙөүҙең глобаль мәсьәләләренә ла фекер алышырға теләйбеҙ. Әлбиттә, ер аҫты геологияһын өйрәнеү менән шөғөлләнеүсе эре предприятиеларыбыҙҙың эшләүенә бәйле темалар бар. Мәсьәләләр күп. Бөгөн «Рәсәй геологияһы»ның киңәйеүе, үҫешеүе тураһында беләбеҙ. Һеҙҙең етерлек ҡәнәғәтләнерлек, ҙур пландарығыҙ бар. Беҙҙең предприятиелар һеҙҙең менән бергә акционерҙар йәмғиәтендә йәки эргәһендә эшләй алырлығын аңлап, беҙ был процеста ҡатнашырға теләр инек, — тине Рөстәм Хәмитов.

«Башкортостан — нефть-газ сәнәғәте үҫешенең нигеҙе. Шуға күрә беҙҙең өсөн республика, уның предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итеү формаһы һәм мөмкинлеге – компания үҫешендә һәм беҙ булған урында географияны киңәйтеү өлөшөндә бик мөһим аҙым», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Роман Панов.

— Яҡынса планда беҙ Башҡортостан предприятиелары менән үҙ-ара килешеп эш итеү перспективаларын ҡараныҡ. Холдинг сиктәрендә берҙәм инжиниринг үҙәк формалаштырыу планлаштырыла, шул иҫәптән ул яңы геофизик приборҙар, быраулау ҡорамалдарын әҙерләү һәм индереү менән бәйле активтарҙы бергә туплап нығытасаҡ. Был тема бик көнүҙәк. Башҡортостан – бындай ҡормалдар, технологик тәьминәт етештереү өлөшөндә Рәсәй Федерацияһында лидерҙарҙың береһе. Был бергәләп эшләй торған мәсьәлә, — тип билдәләне «Рәсәй геологияһы» башлығы.

Осрашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Башҡортостан Президентының рәсми сайтында.