4 декабрь, Йәкшәмбе

10 февраль 2014 йыл, 15:49

Рөстәм Хәмитов «Красная Горка» яңы минерал һыуҙың өлгөләре менән танышты

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Нуриман районына эш сәфәре менән барған ваҡытта райондың иҡтисади хәле менән танышты, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларының торошо менән ҡыҙыҡһынды.

Республика етәксеһе булған объекттарҙың береһе ул «Красная Горка» алкоголһеҙ эсемлек етештереү буйынса төҙөлә башлаған заводы булды. Бында Башҡортостан Президенты, производствоға старт биргәндән һуң сығарырға планлаштырылған, продукцияның өлгөләре менән танышты. Ул 19 литрға тиклем һауыттарға ҡойолған «Красная Горка» эсергә яраҡлы һәм минерал һыуы.

Завод 2013 йылдың ноябрендә төҙөлә башланған. Етештереү ҡеүәте – тәүлегенә 240 мең литр, етештереү күләме – тәүлегенә 10 мең шешә. Предприятие эшләп башлауҙан алып, ә ул ағымдағы йылдың апрель-майына планлаштырылған, ауылда 45 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Проекттағы ҡеүәткә 2015 йылда сығыу планлаштырыла. Продукцияны Волга буйы һәм Урал төбәктәрендә һатыу күҙаллана.