4 декабрь, Йәкшәмбе

10 февраль 2014 йыл, 15:19

Башҡортостан етәксеһе Нуриман районында бер нисә социаль объекттар төҙөлөшөн тикшерҙе

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Нуриман районы буйынса эш сәфәрендә йөрөгәндә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бер нисә социаль объекттың төҙөлөш барышын һәм сафҡа индерелеүен тикшерҙе.

Шулай, республика етәксеһе үҙәк район дауаханаһының яңы корпусын ҡараны. Уның төҙөлөшө 2002 йылда башлана, әммә 2006 йылда оҙаҡ төҙөлөш категорияһына күсеп уны һалыу туҡтатыла. 2011 йылда ошоға оҡшаш эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов корпусты төҙөп бөтөргә ҡуша.

Хәҙер эштәр тулыһынса тамамланған һәм бина файҙаланыуға тапшырылған. Бында лабаратория, аҙыҡ-түлек блогы, конференциялар залы, дауахана хакимиәте урынлашҡан.

Шулай уҡ Красная Горка ауылында Рөстәм Хәмитов физкультура-сәләмәтләндереү комплексын ҡараны. Дөйөм 916 квадрат метрлыҡ ҡоролманы 2010 йылда уҡ төҙөй башлайҙар, әммә финанслау һәм подрядсыны һайлау проблемаһы арҡаһында ул 2013 йылдың декабрендә генә файҙаланыуға тапшырылды. Төҙөлөштөң хаҡы – 38 миллион һумдан ашыу. Комплекс менән файҙаланыуға тотоноуҙар йыл һайын 3,5 миллион һум тәшкил итәсәк. Комплекс коллективы 11 хеҙмәткәрҙән тора. Бинала балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе урынлашҡан, 40 секция эшләй, шул иҫәптән уйын спорт төрҙәре (волейбол, баскетбол, бадминтон һәм башҡалар) буйынса ла. Шулай уҡ спорт комплексында ауыл мәктәбе уҡыусылары өсөн физкультура дәрестәре уҙғарыла.

— Мин республикала ошондай спорт объекттары күберәк булһын яҡлы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Район яҡшы спорт комплекслы булды, тик уны төҙөүгә средстволар бюджет сәйәсәте ҡарашынан һөҙөмтәле файҙаланылды тип әйтә алмайым. Проект ныҡ ҡиммәт, спорт залды дүрт йыл самаһы төҙөнөләр, был 40 миллион һумға ике ошондай уҡ бинаны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөргә була ине. Бөтә республика буйынса үҫмер спортсылар өсөн спорт комплекстары күберәк төҙөлөүе менән ҡыҙыҡһынам. Әммә ул бюджет тотоноуҙары ҡарашынан аҡыллы, ҡулайлы варианттар булырға тейеш.

Республика Президенты Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Камил Мансуровҡа мәктәп, спорт комплексы, балалар майҙансығы һәм башҡа социаль-мәҙәни көнкүреш объекттары төҙөлөшөнөң һәр проекты буйынса бюджет средстволарын һөҙөмтәле файҙаланыуҙы баһалау буйынса ведомствола махсус комиссия төҙөргә ҡушты. Бынан тыш, Башҡортостан етәксеһе тиҙ төҙөү конструкцияларын ҡулланып, ҡиммәт булмаған спорт комплекстары төҙөлөшөнөң типовой проекттарын эшләргә талап итте.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов 139 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөү барышы менән танышты. Был мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының төҙөлөшө Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә Красная Горка ауылында 2013 йылдың ноябрендә башланды. Төҙөлөш-монтажлау эштәренең, шул иҫәптән блоклы ҡаҙанлыҡ, трансформатор һәм дизелле подстанция урынлаштырыу, инженер селтәрҙәрен һалыу, территорияны төҙөкләндереүҙең, дөйөм хаҡы 84 миллион һум тәшкил итә. Буласаҡ балалар баҡсаһының майҙаны – 3,7 мең квадрат метр. Объектты 2015 йылда тапшырыу планлаштырылған.

— Мин технологияларҙы теүәл үтәүҙәрен, айырыуса үтә һыуыҡ көндәрҙә, һәм төҙөлөш-монтажлау эштәрен башҡарыуҙың юғары сифатын талап итәм, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әгәр сифат булмаһа, бындай төҙөүсе ойошмалар менән артабан уртаҡ эш тә булмаясаҡ.

Красный Ключ ауылында республика етәксеһе, бассейны менән 260 уҡыусылыҡ урта мәктәбе һәм 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы ингән, белем биреү комплексы төҙөлөшөн тикшерҙе. Бинаның дөйөм майҙаны – 10 мең квадрат метр. Төҙөлөштөң хаҡы – 302 миллион һум. Төҙөлөш башланғандан алып (2012 йыл) 180 миллион һум үҙләштерелгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән.