9 декабрь, Йома

10 февраль 2014 йыл, 14:32

Республика Президенты Нуриман районында күп функциялы үҙәк офисын тикшерҙе

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Нуриман районы буйынса эш сәфәре барышында, Красная Горка ауылында асылыуға әҙерләнгән муниципаль һәм дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк офисын тикшерҙе. Бында биш тәҙрә эшләйәсәк, уларҙа 136 төр хеҙмәт күрһәтеү планлаштырыла. Үҙәк быйыл мартта эшләй башларға тейеш.

Күп функциялы үҙәк элек урындағы дауахана бүлектәренең береһе булған бинала урынлашҡан. Ул ныҡ насар торошта былтыр октябрҙә капиталь реконструкциялауға ҡабул ителә, ремонтлауға 17 миллион һумдан ашыу аҡса сарыф ителгән. Хәҙер дауахана хәленән бер ниндәй эҙ ҙә ҡалмаған, был яңы заманса офис. Ул Красная Горканың ғына түгел, ә бөтә район халҡын хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән, бында рәсми мәғлүмәттәр буйынса 20,5 мең кеше йәшәй. Сменаһына 100-150 мөрәжәғәт ҡабул итеү күҙаллана.

— Юғары кимәлдә әҙерлек булғанда, был күп функциялы үҙәкте тиҙерәк асырға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов, офис етәксеһе Хәлис Камалетдиновҡа мөрәжәғәт итеп. – Бөгөн кешеләр төрлө инстанциялар буйынса йүгереүҙәрен дауам итә, сәғәттәр буйына сираттарҙа ултыра, ә бында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрен бер урында алырға мөмкин буласаҡ. Бынан тыш, бөтә республика буйынса күп функциялы үҙәктәр менән күберәк халыҡты уратып алыуҙы арттырыу буйынса эште дауам итәсәкбеҙ.

БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2014 йылдың икенсе кварталы аҙағына тиклем Башҡортостанда дөйөм алғанда туғыҙ күп функциялы үҙәк эшләй башлаясаҡ, шул иҫәптән Ермолаев, Талбазы, Үрге Йәркәй район үҙәктәрендә, Приют ҡасабаһында, Нефтекама, Стәрлетамаҡ (икенсе офис) ҡалаларында. Быйыл республика буйынса бөтәһе 23 күп функциялы үҙәк асыласаҡ, шулай итеп, күп функциялы үҙәк хеҙмәте менән халыҡты уратып алыу 40 процент тәшкил итәсәк.