8 декабрь, Кесе йома

10 февраль 2014 йыл, 11:57

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Радий Хәбиров менән осрашты

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Радий Хәбиров менән осрашыу үткәрҙе. Сәйәси партиялар, хәрәкәттәр менән үҙ-ар килешеп эш итеүгә бәйле мәсьәләләргә фекер алышыу булды, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Рөстәм Хәмитов, республикала парламент партиялары менән үҙ-ара килешеү яйға һалынды, тип билдәләне. Бер нисә закон ҡабул итеүҙән һуң төбәктә партиялар һаны ярайһы уҡ артты.

— Был тенденцияның, ошо процестың үҫәсәген беҙ аңлайбыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, бәләкәй партиялар менән шулай уҡ эшләйбеҙ. Улар араһында беҙгә ҡарата оппозициялы булғандар ҙа бар, — тине республика етәксеһе. — Был тулыһынса аңлашыла. Бында бер нидәй ҙә трагедия юҡ. Киреһенсә. Беҙ төрлө фекерҙәрҙе, булған проблеманы хәл итеүҙә икенсе ҡараштарҙы хуплайбыҙ. Был тормош. Был трендта хеҙмәт итәбеҙ.

Күпселек парламент партиялары республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа бар, тип билдәләне Президент.

— Бөгөн беҙҙең парламентта алты партия. Был Рәсәй кимәлендәге күп партиялыҡ өлөшөндә яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһе. Партия фракцияларының беренсе ярты йыллығы һәм айырым депутаттарҙың тәжрибәһе эшлекле ҡоролғаныбыҙҙы күрһәтте. Был иң мөһиме, — тип иҫәпләй Президент. — Бәхәстәр, төрлө-төрлө фекерҙәр бар. Әммә билдәһеҙ конфликттар, ҡапмы-ҡаршы тороштар юҡ. Тулыһынса ғәҙәти, аҡыллы эш бар, унда яҡтар теге йәки был вариантта үҙенең дөрөҫлөгөн иҫбатлай.

Радий Хәбиров, партия-сәйәси системаһының үҫеше – ул илдең сәйәси системаһы үҫешендә төп йүнәлештәрҙең береһе, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Был юҫыҡта Башҡортостан Республикаһы етди аҙымдар эшләй, тип уйлайым. Ысынлап та, Рәсәй Федерацияһының башҡа күп субъекттарынан айырмалы рәүештә, һеҙҙә Закондар сығарыу Йыйылышында алты партия булыуы бик ғибрәтле, — тип билдәләне Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары. — Белеүемсә, уларҙың икәүһе парламенттыҡы булмаған партиялар үҙ аллы «атларға» ғына өйрәнә. Шуға ҡарамаҫтан, улар «үтеп китә» алды. Был улар менән системалы эш алып барылыуы тураһында һөйләй. Улар «үтеп китерлек» шарттар булдырыла.

Осрашыу барышында «Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау тураһында»ғы закон проектының икенсе уҡыуына төҙәтмәләр индереүгә фекер алыштылар.