7 декабрь, Шаршамбы

10 февраль 2014 йыл, 10:31

Республика етәксеһе республиканың ғилми берләшмәһен Рәсәй фәне көнө менән ҡотланы

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

8 февралдә илебеҙ ғалимдары Рәсәй фәне көнөн билдәләне. Һөнәри байрамдары менән республиканың ғилми берләшмәһен Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотланы.

Ғалимдар менән осрашыу БР Фәндәр академияһында 7 февралдә, Сочиҙа Олимпиаданы асыу көнөндә, үтте.

Бөтә ил өсөн мөһим спорт ваҡиғаһы хаҡында һөйләгәндә Рөстәм Хәмитов ғилми эҙләнеүҙәрҙең бөтә өлкәлә лә, шул иҫәптән спортта ла кәрәклеген билдәләне.

— Бөгөн спорт һәм ҙур ҡаҙаныштар – ул иң тәүҙә технологиялар, инновацион хеҙмәттәр, ғилми эҙләнеүҙәр һәм башҡалар ярышы. Спортсыларыбыҙ, улар иҫәбендә Башҡортостандыҡылар ҙа, Олимпиадала яҡшы сығыш яһар тип ышанабыҙ. Уларҙың уңышы республикабыҙҙың танылыуын арттырыуға тәьҫир итәсәгенә ышанабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Фән үҫеше тураһында һөйләгәндә республика Президенты, бөгөн динамика, яңы һөҙөмтәләр, төрлө йүнәлештәр буйынса хәрәкәт кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, иҡтисад үҫешендә ынтылыш зарур һәм бында фән ярайһы уҡ ролде уйнай ала. Төп бурыстарҙың береһе – бөгөн төбәк алдында торған өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн булған ғилми потенциалды мөмкин тиклем һөҙөмтәле файҙаланыу.

— Республика Президенты ҡарамағында Фән буйынса совет ойошторорға кәрәк. Был мөһим аҙым, — тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты, сәнәғәт производствоһының планлы рәүештә ышаныслы яҡшы үҫеше кәрәк, тип билдәләне.

Рөстәм Хәмитов машина эшләүгә юғары баһа бирҙе.

— Беҙҙең Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе авиация двигателдәре эшләү буйынса Рәсәй Федерацияһында һис шикһеҙ лидер булып тора, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Президенты.

Төбәк башлығы әйтеүенсә, хәрби авиацияһы өсөн двигателдәр сығарыу өлөшөндә баш булып тороусы Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең артабанғы үҫеше күҙаллана, шул иҫәптән Өфө майҙансығында тулы күләмдә МиГ самолеттары өсөн двигателдәр етештереүгә күсеү.

Шулай уҡ 2014 йылдың июненән алып Өфөлә «Сухой Суперджет-100» типтағы һауа суднолары хеҙмәтләндереләсәк.

Рөстәм Хәмитов, яңы сифат, яңы изделиялар алыу һәм конкуренцияға һәләтле булыу өсөн бөгөн байтаҡ ресурстар оборона сәнғәтен модернизациялыуға йүнәлтелә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Башҡортостан Президенты, иң яңы технологияларҙы, ғилми-нигеҙле алымдарҙы бөгөн иҡтисадтың бөтә өлкәләрендә лә ҡулланыу зарур, тип билдәләне.

Һуңында Рөстәм Хәмитов йәш ғалимдарға БР Хөкүмәтенең 30 грантын тапшырҙы.

Гранттар 2007 йылда республикала фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәрҙең иң өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса ғилми эшмәкәрлеккә ярҙам итеү һәм дәртләндереү өсөн ойошторолғайны. Был ваҡыт эсендә 290 кеше грант алды. Быйыл уларға тағы ла 50 кеше ҡушыласаҡ. Бөтәһе конкурсҡа 300 проект тәҡдим ителгән.