Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Президенты «Рәсәй саңғы юлы -2014»кә старт бирҙе

Спорт

Өфөлә «Биатлон» спорт-сәләмәтләндереү комплексында «Рәсәй саңғы юлы -2014»кә старт бирелде. Был йыл һайын уҙғарыла торған саңғы байрамы. Олимпия йылында Өфөлә тәүге майҙансыҡта уҙғарыла.

Сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Радий Хәбиров, республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта ҡатнашты.

— Бөгөн иҫ киткес көн – XXII ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу көнө, — тине Рөстәм Хәмитов, саңғы ярышында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. — Был көндө иҫ киткес ярыштарыбыҙҙы үткәреү үтә ҡыуаныслы.  Мин һеҙҙе был ваҡиға менән ҡотлайым! Һеҙгә уңыштар теләйем! Стартҡа баҫҡандарҙы һәм әҙерләнгәндәрҙе көттөрмәйек! Барыһын да байрам менән! Ура! — тип тамамланы ҡыҫҡа сәләмләүен республика Президенты.

— Хәйерле көн ҡәҙерле дуҫтар, ҡәҙерле яҡташтар! — тип йыйылғандарҙы сәләмләне Радий Хәбиров. — Бөгөн беҙ Олимпиадабыҙҙы асабыҙ. Был илебеҙҙең масштаблы ваҡиғаларының береһе. Бөгөнгө байрам, Башҡортостанда спорт байрамы менән һеҙҙе ҡотлап китергә һәм бөтәһенә лә уңыштар теләргә рөхсәт итегеҙ! Беҙҙең команда өсөн янып-көйөргә саҡырам, спортсыларыбыҙ һәм илебеҙ менән ғорурланайыҡ! — тип өндәне Радий Фәрит улы.

Төп «Саңғы юлы» стартынан тыш, ә унда егеттәр һәм ҡыҙҙар, дәрәжәле кешеләр, ҡала предприятиелары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары ҡатнаша, спорт байрамы сиктәрендә шулай уҡ «Ихата чемпиондары лигаһы. Ҡышҡы старт» фестивале үтә. Уның программаһына гер спорты, арҡан тартыу, дартс, быймала ҡарҙа туп менән хоккей һәм «Атай, әсәй һәм мин — спорт ғаиләһе» күңелле эстафетаһы ингән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть