Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Салауат районында Мәҙәниәт йылы Салауат Юлаевтың 260 йыллығы билдәһе аҫтында үтә

Мәҙәниәт

Салауат районында Мәҙәниәт йылын асыу тантанаһы уҙҙы. Быйылғы йыл Салауат Юлаев төйәге өсөн ҙур әһәмиәткә эйә – быйыл башҡорт халҡының милли геройы тыуыуына 260 йыл тула, шуға күрә Мәҙәниәт йылының күп кенә саралары Салауат исеме менән бәйле буласаҡ.

Мәҙәниәт йылын асыу көндө Салауат Юлаевтың район музейында райондың мәктәп уҡыусылары, 10 синыф уҡыусылары – башҡорт батырының тормошон һәм ижадын белеүселәр, араһында «Брейн-ринг» интеллектуаль уйыны уҙҙы. Был сарала Өфөнөң башҡорт лицейҙары уҡыусылары ла ҡатнашты. Уйында Лағыр ауылынан Айнур Ситдиҡов еңде.

Мәҙәниәт йылын районда республика мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова асты. Ул Салауат Юлаев бюстына сәскәләр һалды, салауатсыларҙы Мәҙәниәт йылы менән ҡотланы, уңышлы эштәр һәм яңы ҡаҙаныштар теләне. Район хакимиәте башлығы Ғәлей Хәйретдинов район халҡына шулай уҡ яңы бейеклектәр һәм билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырғанда команда рухын теләне. Район Мәҙәниәт йортонда милли аш-һыу һәм клубтарҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәт эштәре күргәҙмәләре ойошторолғайны.

Байрам концерты Салауат еренең бөтә таланттар палитраһын сағылдырҙы. Билдәле артистар, район, республика һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге төрлө конкурстар һәм фестивалдәр еңеүселәре һәм лауреаттары менән бер сәхнәлә художество үҙешмәкәр коллективтары, инструменталь, башҡорт милли музыка инструменттары, йыр һәм бейеү ансамблдәре сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть