7 декабрь, Шаршамбы

07 февраль 2014 йыл, 17:08

Өфө мэры вазифаһына 6 кандидаттан дүртәүһе ҡануниәтте белеүгә имтиханды тапшыра алды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә дүрт кадидат – Владимир Чернов (Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы), Сәид Закиров (Башҡортостан троллейбус заводы генераль директоры), Марат Йосопов (паралимпия спорт төрҙәре буйынса Рәсәй йыйылма командаһы спортсы-инструкторы, спорт мастеры) һәм Ирек Ялалов (Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы) урындағы үҙ идара өлкәһендә тулы һәм юғары сифатлы белемен күрһәттеләр һәм ыңғай эксперт һығымтаһын алдылар. «Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының Эксперт комиссияһы бөгөн, 7 февралдә, Өфө мэры вазифаһына дәғүә итеүсе кандидаттарҙың белем кимәлен баһаланы, тип хәбәр иттеләр муниципалитетта.

Эксперт комиссияһының төп маҡсаты – муниципаль райондың (ҡала округының) урындағы хакимиәт башлығы вазифаһын биләүгә кандидаттарҙың федераль, республика һәм муниципаль ҡануниәттәре нормаларын белеү кимәлен баһалау.

темалар: һайлауҙар