Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

23 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика етәксеһе олимпсылар өсөн Башҡортостандан янып-көйәсәк

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн, 7 февралдә, Сочиҙа асыласаҡ Олимпиадала ҡатнашыусы республика спортсылары өсөн янып-көйәсәк. Был хаҡта республика етәксеһе «Комсомольская правда» нәшриәте йортоноң баш мөхәррире Владимир Сунгоркинға интервью биргәндә һөйләне.

— Сочиҙа республиканан 15 спортсы ҡатнаша, беҙ йыйылмаға еберәү буйынса төбәктәр бишлегендә. Шорт-тректа көслө егеттәр, унда миҙал булыуы ихтимал, беҙҙең алты ҡатын-ҡыҙ шайба менән хоккей буйынса Рәсәй йыйылмаһы өсөн уйнай, әгәр барыһы ла яҡшы барһа, уларҙың да миҙалдары булыуы мөмкин, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Саңғыла трамплиндан һикереү: Васильев яҡшы һөҙөмтә күрһәтә алыр тип ышанғы килә. Бөтәһе өсөн дә янып-көйәсәкбеҙ һәм ҡайғырасаҡбыҙ. Миҙалдар күберәк булһын ине.

Республика спортсыларының әҙерлеген баһалап, Совет осоронан алып Өфөлә трамплиндан һикереүселәр һәм икебәйгеселәр көслө, улар йыйылмаға күп йылдар рәттән инә, тине Рөстәм Хәмитов.

Президент Башҡортостандан паралимпсыларҙы ла билдәләп китте. Рәсәй йыйылмаһы составында – биш спортсы.

— Унда миҙалға беҙҙең өмөттәр ҙур. Беҙҙең күренекле Ирек Зарипов биатлонда, саңғы ярыштарында ҡатнашасаҡ. Ул мотлаҡ награда менән ҡайтыр тип уйлайым, — тигән ышаныс белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть