7 декабрь, Шаршамбы

07 февраль 2014 йыл, 15:10

Рөстәм Хәмитов 2015 йылда төбәк башлығы һайлауҙарында ҡатнашырға ниәтләнә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Комсомольская правда» гәзитендә баҫылған интервьюла 2015 йылда төбәк башлығы һайлауҙарында ҡатнашыуы тураһында әйтә.

— Һайлауҙарға барам. Күп проекттар башланған, уларҙы тамамларға кәрәк. Эшемде дауам итеүҙе теләүсе кешеләр ҙә байтаҡ. Улар миңә ышана. Мин уларҙың өмөттәрен өҙә алмайым, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Ваҡытынан алда һайлауҙар тураһындағы имеш-мимеш хәбәрҙәрҙе республика етәксеһе раҫламаны.

— Төбәк башлығы һайлауҙары 2015 йылдың көҙөндә үтергә тейеш. Улар ғәҙел көрәштә үтер тип ышанам, — тине Башҡортостан Президенты.