2 декабрь, Йома

07 февраль 2014 йыл, 14:43

Сочиҙа рәсми рәүештә ҡышҡы Олимпиада-2014 асыла

автор: Дмитрий Слезин

Йома, 7 февралдә, Сочиҙа XXII ҡышҡы Олимпия Уйындарын асыу тантанаһы үтә. Билдәләп үтергә кәрәк, Рәсәйҙә ҡышҡы Уйындар беренсе тапҡыр уҙғарыла. Тантананың башланыу ваҡыты символлаштырылған – 20:14 (Мәскәү һәм урындағы ваҡыт буйынса).

Ойоштороусылар онотолмаҫлыҡ тамаша вәғәҙәләй. Рәсәй йыйылмаһы флагын күренекле бобслейсы Александр Зубков тотоп барасаҡ.

Сочи-2014-тә Рәсәй делегацияһы составында Башҡортостандан 14 спортсы ҡатнаша.

Улар: шорт-трек буйынса Семен Елистратов, Руслан Захаров һәм Дмитрий Мигунов, саңғыла трамплиндан һикереүҙә Дмитрий Васильев һәм Илмир Хәзетдинов, саңғы икебәйгеһендә Эрнест Яхин, Бобслейҙа Илвир Хузин, сноубордта (борд-кросс) Антон Копривица, шайба менән хоккейҙа «Ағиҙел»дән (Өфө) — Ангелина Гончаренко, Инна Дюбанок, Алена Хомич, Анна Шибанова, Елена Дергачева һәм Екатерина Пашкевич.

Олимпиада-2014 алышында Башҡортостандан тәүгеләр булып «осоусы саңғысылар» сығыш яһай – уларҙың квалификация 8 февралдә үтә.

Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылмаһы үҙенең турнирында 9 февралдә Германия командаһы менән осрашасаҡ.

темалар: сочи-2014