Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Экология өлкәһендәге закондарҙы камиллаштырыу менән БР Дәүләт Йыйылышынаң эшсе төркөмө шөғөлләнәсәк

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа экология өлкәһендәге закондарҙы камиллаштырыу буйынса эшсе төркөм ойошторолдо. Республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төркөмдө Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шағапова етәкләне. Эшсе төркөм составына төрлө фракция депутаттары, профилле министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре, эксперттар инде.

— Эшсе төркөм ағзалары ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү, айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт территориялары буйынса норматив базаға үҙгәрештәр индереү, Рәсәй Федерацияһының Урман, Экология кодексы новеллалары мәсьәләләрен ҡараясаҡ, — тип хәбәр итте Руфина Шағапова. — Хәл ителеүҙе талап иткән киҫкен мәсьәләләр бик күп, шул иҫәптән закондар сығарыу кимәлендә лә. Экология өлкәһендә хәлде анализлау беҙҙең тәү сираттағы бурыс булып тора.

Депутат әйтеүенсә, эре сәнәғәт предприятиеларынан экологик сараларға йыл һайын һалынған средстволарҙың күләме буйынса мәғлүмәт һорау планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть