Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «ИПС Отомотив» компанияһы башлығы Гюркан Донат менән осрашты

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты автомобиль компоненттары сығарыу буйынса предприятиелар етәкселәре: «ИПС Отомотив» компанияһы (Төркиә) башлығы Гюркан Донат һәм «АвтоВАЗагрегат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Директорҙар советы рәйесе Алексей Козлов менән осрашты.

Бәләбәйҙең «БелЗАН» заводы нигеҙендә яңы уртаҡ производство төҙөү мәсьәләһенә фекер алышыу булды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов производство төҙөү процесының нисек барышы менән ҡыҙыҡһынды. Алексей Козлов Президентҡа, етди динамика бар, тип һөйләне. «ИПС Отомотив» компанияһы менән хеҙмәттәшлек төплө һәм масштаблы буласаҡ. Козлов әйтеүенсә, яңы ҡорамалдар һатып алыу һәм уны «БелЗАН» территорияһында урынлаштырыу тураһында килешеүҙәр өлгәшелгән. Шулай итеп, республикала автомобиль кластеры, автомобиль техник паркы төҙөү идеяһы тормошҡа ашырыла.

— Бәләбәйҙә ҙур ғына производство төҙөргә тейешбеҙ. Беҙ ярҙам итәсәкбеҙ. Бының өсөн бөтә административ, ойоштороу мөмкинлектәребеҙҙе файҙаланасаҡбыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитов, эштең башланғыс этабында бик күп мәсьәләләр тыуа, тип билдәләне. Уларҙың бер өлөшө хәл ителә, икенсеһе фекер алышыу стадияһында тора.

— Үҫеш, хәрәкәт, беренсе һөҙөмтәләр ҙә бар. Донат әфәндене республикабыҙҙа эшләргә саҡыраһым килә. Өҫтәүенә Төркиә менән беҙ яҡшы эш мөнәсәбәттәрендә. Беҙ был бәйләнештәрҙе үҫтерәсәкбеҙ. Һеҙ үҙ производствоғыҙ үҫеше өсөн Бәләбәйҙе һайларһығыҙ тип уйлайбыҙ, — тине республика етәксеһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть