3 декабрь, Шәмбе

07 февраль 2014 йыл, 11:00

Башҡортостанда тулайым ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә фермерҙарҙың өлөшө үҫә

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостанда Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр союзының Республика съезы үтте. Унда район крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ассоциациялары рәйестәре, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр союзы ағзалары, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, район хакимиәте, кредит ойошмалары һәм башҡа учреждение вәкилдәре ҡатнашты. Дөйөм алғанда, 700 кеше. Съезд эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

— Беҙҙең ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, ауыл хужалығы йәмғиәттең нигеҙе булып тора. Мин йыш ҡына беҙҙең инициативалы фермерҙарҙы миҫалға ҡуям. Былтыр республика фермер хужалыҡтары 2012 йылдың етештереү күрһәткестәрен сиреккә яҡшыртты. Бик яҡшы темп алынған. Эре ауыл хужалығы предприятиелары бындай үҫеш менән маҡтана алмай. Иң юғары үҫеш темптарын нәҡ бәләкәй бизнес бирә: иҡтисатыбыҙҙың үҙенсәлекле һәм хәрәкәтсән авангарды, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, съезда ҡатнашып. — Бөгөн беҙ инициативалы ауыл хеҙмәтсәндәренә ярҙам итеү өсөн реаль саралар күрәбеҙ. Фермерҙар хәрәкәте үҫешенә ставкалар ҡуябыҙ. Дөйөм алғанда, ауылдағы эшҡыуарлыҡҡа.

Төбәк тулайым продукцияһының дөйөм күләмендә фермерҙарҙың өлөшө былтыр һигеҙ процент тәшкил итте. Айырыуса уңышҡа үҫемлекселектә өлгәшеп булды. Шул уҡ ваҡытта бөгөн төбәктә етештерелгән игендең һәм көнбағыш орлоғоның дүрттән бер өлөшө, шәкәр сөгөлдөрөнөң 14 проценты крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары өлөшөнә тура килә.

— Мал һәм ҡош итен етештереүҙә өлөшө әҙерәк – ете процент самаһы; һөттә – биш проценттан саҡ ҡына күберәк. Әлегә фермерҙар йәшелсәселек продукцияһын аҙ етештерә – өс процентлап. Дөрөҫөн әйткәндә, бында билдәле бер алға китештәр бар һәм был һандар, һис шикһеҙ, үҫәсәк, — тигән ышаныс белдерҙе Президент.

2013 йылда фермер хужалыҡтарына ярҙам 1 миллиард һум самаһы тәшкил итте. Ул 2012 йылда дәүләт күрһәткән ярҙамдан сиреккә күберәк.

Икенсе йыл Башҡортостанда яңы эш башлаусы фермерҙарға, ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереүгә ярҙам итеү буйынса программалар эшләй. 200-ҙән ашыу фермер 1,5-тән алып 10 миллионға тиклем грант алды. Шунлыҡтан дөйөм 350 миллион һумға мал, техника, малсылыҡ ҡорамалдарын алып булды.

Съезда билдәләүҙәренсә, традицион йүнәлештәр менән бер рәттән фермерҙар шулай уҡ ҡиммәт тиреле йәнлектәр үрсетеү, йыл әйләнәһенә сәскәләр һәм бәшмәктәр үҫтереү менән шөғөлләнә ала. Өҫтәүенә айырыуса иғтибарҙы баҡсасылыҡҡа бүлергә кәрәк. Төбәктә тауар производстволары, емеш-йәшелсә продукцияһын эшкәртеү буйынса цехтар ҡорорға кәрәк һәм, шул уҡ ваҡытта, урындағы сеймалда эшләргә кәрәк, ә ситтән килтерелгәндә түгел. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.

Ауыл хужалығы продукцияһын һатыу буйынса Республика күмәртә-бүлгес үҙәген төҙөүгә шулай уҡ ҙур роль бүленә. Уның булыуынан бөтәһе лә отасаҡ: ауыл халҡы үҙ продукцияһын һатыу проблемаһын хәл итә, ә һатып алыусылар уны ҡулайлы хаҡтар буйынса һатып ала аласаҡ.

Фермерҙар съезында Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко хәбәр итеүенсә, БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты менән берлектә бындай күмәртә үҙәк өсөн хәҙер инвестор эҙләү эше бара.

Бынан тыш, Республика фермерҙар порталын төҙөү тәҡдиме сыҡты, унда белешмә формаһында төрлө мәғлүмәт алыу мөмкинлегенән тыш, үҙ продукцияһына һатып алыусы табып буласаҡ. Бының өсөн ни бары хужалыҡ тураһында бушлай бит-визитка эшләргә генә кәрәк.

Асылда, был портал фермерҙарға үҙҙәренең продукцияһын баҙарҙа алға этәреү өсөн яҡшы инструмент булыуы ихтимал.

Тап ошондай маҡсатты – баҙарҙа урындағы тауарҙы алға этәреүҙе – хәҙер ғәмәлгә ашырылған «Башҡортостан продукты» проекты ҡарай. Әлеге ваҡытта был берҙән-бер бренд менән 80 тирәһе тауар етештереүсе берләштерелгән, уларҙың тик 10 проценты – фермерҙар. Башҡортостан Президенты фермерҙар берләшмәһен был республика проектында әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.