4 декабрь, Йәкшәмбе

06 февраль 2014 йыл, 17:10

«Volksklang» немец ансамбле Благовар районында Мәҙәниәт йылын асыуҙа сығыш яһаны

автор: Ғәлиә Нәбиева

Благовар районында Мәҙәниәт йылын тантаналы асыу үтте. Сағыу концертта райондың иң яҡшы коллективтары, балалар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаны.

Сараның программаһы Благовар районының үҙенсәлектәрен тулыһынса асып һалды, сөнки унда төрлө милләт кешеләре йәшәй, уларҙың күптәре ижади коллективтар ойошторған. Улар Мәҙәниәт йылын асыуға саҡырылғайны, шуға күрә тамашасылар урыҫ, немец, башҡорт, татар һәр украин халыҡтарының йырҙарын ишетә һәм бейеүҙәрен күрә алды.

«Алексеевка» тарихи-мәҙәни үҙәктең «Volksklang» немец халыҡ фольклор ансамбле тамашасылар иғтибарына «Grun, grun» халыҡ әкиәтен тәҡдим итте. Йырҙың сәхнәләштерелгән әҫәрендә ансамблдең кесе составы ҡатнашты, улар тамашасыларҙы үҙҙәренең артистизмы менән хайран ҡалдырҙы. Өлкән состав немец полькаһын бейене.

Мәҙәниәт һарайының фойеһында «Благовар районы ынйылары» фотокүргәҙмәһе ойошторолғайны, унда пионерҙар һәм уҡыусылар йорто тәрбиәләнеүселәренең эштәрен күреп булды. Көҙгө залында район территорияһында йәшәүсе халыҡтарҙың милли костюмдары күрһәтелгәйне.