4 декабрь, Йәкшәмбе

06 февраль 2014 йыл, 16:14

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы «БОСС-2014» Олимпия прогноздары конкурсын иғлан итә

автор: Дмитрий Слезин

«Башинформ» агентлығы «БОСС-2014» (Башҡортостан Олимпия Спорт Ғаиләһе) спорт һөйөүселәр өсөн прогноздар экспресс-конкурсын иғлан итә.

XXII ҡышҡы Олимпия уйындарын рәсми рәүештә асыуға тиклем бер көн ҡала. Тәҡдим ителгән конкурста ошо Олимпиадала Рәсәй йыйылмаһы составында Башҡортостан спортсылары нисә миҙал яулаясаҡ һәм ниндәй дәрәжәлә икәнлеген белергә кәрәк.

Башҡортостан йыйылмаһында ҡатнашыусыларҙың составын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

Шорт-трек: Семен Елистратов, Руслан Захаров, Дмитрий Мигунов;

Саңғыла трамплиндан һикереү: Дмитрий Васильев һәм Илмир Хәзетдинов;

Саңғы икебәйгеһе: Эрнест Яхин;

Бобслей: Илвир Хузин;

Сноуборд (борд-кросс): Антон Копривица;

Шайба менән хоккей: «Ағиҙел» (Өфө) — Ангелина Гончаренко, Инна Дюбанок, Алена Хомич, Анна Шибанова, Елена Дергачева һәм Екатерина Пашкевич.

Дөрөҫ һөҙөмтәгә иң яҡын килгән өс прогноз яһаусы Олимпия темаһына иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнәсәк.

Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәгән. Бер ҡатнашыусынан бер прогноз варианты ҡабул ителә.

Үҙ варианттарығыҙҙы 2014@bashinform.ru электрон адресына ҡәтғи рәүештә Сочиҙа Олимпиада-2014-тең тантаналы асылыуына тиклем – 7 февралдә Мәскәү ваҡыты буйынса 20 сәғәткә тиклем ебәреп була.

Хатта фамилияғыҙҙы, исемегеҙҙе, атайығыҙҙың исемен, йәшәү урынын һәм бәйләнеш өсөн телефон һандарын яҙырға кәрәк.