Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө уҡыусылары Олимпиадаларҙа ҡатнашыусылар менән «Быуындар һәм еңеүҙәр эстафетаһы» күргәҙмәһендә осрашты

Спорт

«Үҙеңдең спорт донъяңды ас» акцияһы сиктәрендә «Быуындар һәм еңеүҙәр эстафетаһы» беренсе республика спорт күргәҙмәһендә Инорс ҡасабаһы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют тәрбиәләнеүселәре һәм Шамонино ҡасабаһының «Балалыҡ планетаһы» ижади үҫеш студияһы, шулай уҡ М. Горький исемендәге 3-сө гимназия уҡыусылары булды.

Акцияны Башҡортостанда «Рәсәй Паралимпия комитеты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, шулай уҡ БР Милли музейы ойошторҙо.

Акция Сочиҙағы XXII ҡышҡы Олимпия уйындарына арналған.

Конькиҙа йүгереү буйынса халыҡ-ара спорт мастеры, 1994, 1998 һәм 2002 йылдарҙағы ҡышҡы Олимпия уйындары ҡатнашыусыһы Татьяна Трапезникова балаларға үҙенең спорт ҡаҙаныштары тураһында һөйләне.

Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Афинала Олимпия уйындарының бронза призеры, рапирсы Реналь Ғәниев уҡыусыларға күп ҡыҙыҡлы нәмәләр һөйләне.

— Мин беренсе тапҡыр бындай сарала ҡатнашам. Тап баш ҡалабыҙҙа Олимпия, Паралимпия һәм Сурдлимпия уйындарында Башҡортостан спортсыларының сығыш яһауҙары тураһында һөйләгән күргәҙмә ойошторолоуы менән ғорурланам. Мине бындай проектта ҡатнашырға саҡырыуҙарына ҡыуанам. Уйлауымса, «Быуындар һәм еңеүҙәр эстафетаһы» күргәҙмәһендә булған күпселек балалар үҙҙәре өсөн үҙ спорт донъяһын асасаҡ, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Реналь Ғәниев.

Барселонала йөҙөүҙә Олимпия чемпионы Вениамин Таянович шулай уҡ акцияла ҡатнашты.

Теги: Сочи-2014
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть