8 декабрь, Кесе йома

06 февраль 2014 йыл, 15:09

Башҡортостан муниципалитеттарына «ҡоро закон» индереү хоҡуғын биреү ихтимал

автор: Ринат Сәғитов, Арина Рәхимҡолова

«Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт хәрәкәте республиканың Өфө һәм Баймаҡ районы халҡының алкоголде һатыу тураһындағы федераль законға үҙгәрештәреү индереү тураһында башланғысты хупланы. Республика халҡы БР Дәүләт Йыйылышына ҡануниәткә төҙәтмәләр индереү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте, уға ярашлы урындағы депутаттар үҙ ауыл биләмәһе территорияһында алкоголде һатыуҙы тыйыу тураһында ҡарар ҡабул итә аласаҡ.

Бөгөнгө көнгә активистар был закондар инициативаһын әҙерләү һәм индереүгә меңдән ашыу ҡул тамғаһы йыйған.

Дәүләт Йыйылышында Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты ҡарамағындағы эксперт советы ултырышында Башҡортостандың айырым райондарында «ҡоро закон» индереү тураһындағы башланғысты Совет рәйесе Рәшит Хәйруллин әйтеп бирҙе.

«Этил спирты, алкоголь һәм составында спирт булған продукция етештереүҙе һәм уның әйләнешен дәүләт көйләүе һәм алкоголь продукцияһын файҙаланыуҙы (эсеүҙе) сикләү тураһында»ғы Федераль закон Рәсәй субъекттарына алкоголде һатыу буйынса сикләүҙәр индереү хоҡуғы бирә, тип билдәләне ул. Рәшит Хәйруллин был һорауға тағы ла айырым ҡарарға тәҡдим итте: алкоголь продукцияһын үҙ муниципалитеты территорияһында ваҡлап һатыуҙы тыйыу хоҡуғын урындағы үҙ идара органдарына биреү.

— Һәр субъект үҙ территорияһында алкоголь продукцияларын һатыуҙы тыя ала, тип яҙылған федераль закон бар. Ошоға оҡшаш норманы айырым районға, айырым торама пунктҡа индерә алабыҙ, тип иҫәпләйбеҙ, — тип хәбәр итте Рәшит Хәйруллин. — Беҙ был норманы федераль законда яҙырға тәҡдим итәбеҙ.

Был тәҡдимде эксперт советы ағзалары етди өйрәнәсәк. Һуңынан әҙерләнгән инициатива Дәүләт Йыйылышының Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты депутаттарына ҡарарға тәҡдим ителәсәк.