10 декабрь, Шәмбе

06 февраль 2014 йыл, 14:12

Төбәктә дәүләт наградаларын тапшырыуҙың берҙәм тәртибе раҫланды

автор: Сергей Захаров

Дәүләт наградаларын һәм республиканың почетлы исемдәренә түш билдәләрен тапшырыу тәртибе тураһында ҡулланма Башҡортостан Президенты бойороғо менән раҫланды.

«Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәре тураһында»ғы законға ярашлы әҙерләнгән документта дәүләт наградаларын һәм уларға документтарҙы республика башлығы тапшыра тип билдәләнгән. Бынан тыш, Президент ҡушыуы буйынса быны эшләргә хоҡуҡлы вазифалы кешеләрҙең исемлеге билдәләнгән.

Ҡулланма менән наградаларҙы тапшырыу срогы раҫланған, наградланыусыларҙың вариҫтарына уларҙы биреү процесы яҙылған, документтарҙың өлгөләре күрһәтелгән, уларҙы төҙөү шулай уҡ берҙәм тапшырыу тәртибе менән ҡаралған.