4 декабрь, Йәкшәмбе

06 февраль 2014 йыл, 13:51

Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев: «Идара итеүсе компанияларҙы суд аша ғына лицензияһыҙ ҡалдырып була»

автор: Ғәлиә Нәбиева

Идара итеүсе компанияларҙы суд аша ғына лицензияһыҙ ҡалдырыу мөмкин буласаҡ. Был хаҡта Дәүләт Думаһы депутаты, «Управдом» проекты етәксеһе Павел Качкаев «Берҙәм Рәсәй» Генераль советы президиумының киңәйтелгән ултырышында билдәләне, тип хәбәр иттеләр партияның киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара килешеп эш итеү департаментынан.

— Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәте өсөн түләүҙәр күләме ил буйынса 1,5 триллион һумдан ашыу тәшкил итә. Өлкә хеҙмәткәрҙәренең профессионаллегенән күп нәмә тора. Эксперттарҙың баһалауҙары буйынса идара итеүсе компанияларҙың профессиональ булмағанлыҡтары арҡаһында сығымдар 160 миллиард һум тәртибендә тәшкил итә, — тип хәбәр итте депутат.

Парламентарий идара итеүсе компаниялар эшенең сифатын арттырыу кәрәклеген билдәләне.

— Был мәсьәләне хәл итеү алымдарының береһе булып лицензия биреү тора. Тейешле закон проекты Торлаҡ кодексына үҙгәртеүҙәр индереүҙе ҡарай. Лицензия биреү торлаҡ секторын хеҙмәтләндереүсе компанияларға ҡағыла, — тине Павел Качкаев.

Депутат иғтибар итте, әгәр компания етәкселегенең түләнмәгән хөкөм ителгәнлеге булһа, идара итеүсе компанияларға лицензия биреү үтенесе кире ҡағыла.

— Лицензия тик суд аша тартып алынасаҡ. Торлаҡ күҙәтеү органдары һәм прокуратура лицензияны тартып ала алмай, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды «Управдом» партия проекты етәксеһе.

Идара итеүсе компанияларҙың йылына ике боҙоу осрағы асыҡланһа ул торлаҡты хеҙмәтләндереүҙән азат ителә. Әгәр идара ителмәле күп фатирлы йорттарҙың 15 процентында йылына икешәр тапҡыр боҙоу осрағы булһа, компанияның лицензияһы юҡҡа сыға, тип өҫтәне Павел Качкаев.