11 декабрь, Йәкшәмбе

06 февраль 2014 йыл, 12:29

Республикала йыл башынан алып тулайым һауым 115 мең тоннанан артты

автор: Галина Бахшиева

2014 йыл башынан алып Башҡортостанда тулайым һауым 115 мең тоннанан артты, уларҙың 49,8 мең самаһы һатылған. Был ваҡыт эсендә ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермаларында 52,9 тоннанан ашыу һөт һауып алынған, 46,5 тоннанан ашыуы һатылған.

Лидерҙар булып элеккесә Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары хужалыҡтары ҡала, унда бер айҙан ашыу ваҡыт эсендә 3,6 –нан ашыу һәм 3,9 тонна самаһы,тейешенсә, һөт етештерелгән. 3,4 самаһы һәм 3,5 тоннанан ашыу һатылған.

Дөйөм республика буйынса хәҙер һәр һыйырҙан тәүлек һайын 9,6-шар килограмм һөт һауып алалар. Был 2013 йылдың ошо уҡ ваҡытына ҡарағанда 200 грамға күберәк.

БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һәр һыйырҙан иң юғары һауымды Ауырғазы, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Саҡмағош райондары малсылары ала, 11-15-шәр килограмм.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, ошо уҡ райондар республикала һәр һыйырҙан һауым буйынса иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә – 2014 йыл башынан алып 400-500-шәр килограмм.

Шул уҡ ваҡытта Саҡмағош районы хужалыҡтарында көн һайын уртаса 15-шәр килограмм һөт алалар. Йыл башынан алып уларҙың һәр береһенә 509-шар килограмм һөт тура килә, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтан.