5 декабрь, Дүшәмбе

06 февраль 2014 йыл, 11:39

Башҡортостанда нормалар ижад итеүҙең сифатын яңы кимәлгә күтәрәсәктәр

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Хөкүмәте «БР норматив-хоҡуҡи акттары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы республика закон проектын раҫланы.

— 2014 йылдың 1 ғинуарынан алып эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса норматив-хоҡуҡи акттары проекттарына, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субъекттарында эшләп килгән норматив-хоҡуҡи акттарға ҡарата көйләү йоғонтоһон баһалау процедураларының мәжбүрилеге билдәләнде. Шуға бәйле «Башҡортостан Республикаһының норматив-хоҡуҡи акттары тураһында»ғы законына үҙгәрештәр индереү талап ителә, — тип аңлатты хөкүмәт ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

Төбәк башлығы әйтеүенсә, уңайлы инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ климатын тәьмин итеү, республика иҡтисадын үҫтереү өсөн нормалар ижад итеүҙең сифаты ҙур мәғәнәгә эйә.

— Уйланмаған һәм маҡсатҡа ярашһыҙ ҡарарҙарҙы айырыу, әле эшләп килгән һәм яңы ҡабул ителәсәк норматив акттарҙа административ ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү кәрәклеге бар, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Был мөһим мәсьәләне хәл итеү өсөн көйләү йоғонтоһон баһалау механизмы бар.

Көйләү йоғонтоһон баһалау механизмы Көнбайыш Европа илдәрендә үткән быуаттың 70-се йылдарында уҡ тәжрибәгә индерелгән. Рәсәйҙә ул тик 2010 йылдан алып индерелә башланы.

Башҡортостан көйләү йоғонтоһон баһалау механизмы индереү буйынса илдең пилот төбәктәренең береһе һәм был эште ойоштороу буйынса Волга буйы федераль округында лидер булып тора.

Ултырышта билдәләнгәнсә, әлеге ваҡытта төбәктә бындай баһалауҙың процедура өлөшө үҙләштерелгән, кәрәкле норматив база ҡабул ителгән. Көйләү йоғонтоһон баһалау процедураларын индереү мәсьәләләре буйынса республика координация советы ойошторолған, Стратегик инициативалар агентлығы менән әүҙем үҙ-ара килешеп эш итеү яйға һалынған.

— Башҡортостанда көйләү йоғонтоһон баһалау институтын үҫтереү инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өсөн шарттарҙы яҡшыртыу өлөшөндә дәүләт сәйәсәтенең логик дауамы булып тора, — тип билдәләп үтте БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин.

Уның әйтеүенсә, һуңғы өс йыл эсендә көйләү йоғонтоһон баһалау процедураһы норматив-хоҡуҡи акттарҙы әҙерләү һәм ҡабул итеү процесының айырып алғыһыҙ этабы булды. Көйләү йоғонтоһон баһалау институтын индереү һөҙөмтәһендә етерлек кимәлдә эшләнеп бөтөлмәгән ҡарарҙар өсөн ҡаршылыҡ яһалды.

Көйләү йоғонтоһон баһалауҙы мотлаҡ үткәреү тураһында нәтижә Рәсәй Хөкүмәтенең 2010 йылдың 15 майындағы ҡарары менән нығытылған. Һуңынан көйләү йоғонтоһон баһалау институты үҫешенең төп йүнәлештәре РФ Президентының «Дәүләт идаралағы системаһын камиллаштырыуҙың төп йүнәлештәре тураһында»ғы майҙағы Указында аныҡ итеп әйтелгән.

Һүҙ тәү сиратта көйләү йоғонтоһон баһалауҙың предмет өлкәһен (эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция эшмәкәрлеге, таможня һәм һалым ҡануниәте) киңәйтеү, шулай уҡ 2014 йылдан алып илдең бөтә субъекттары өсөн көйләү йоғонтоһон баһалау системаһын мотлаҡ нығытыу тураһында бара. Урындағы үҙ идара органдары өсөн – 2015 йылдан алып.

— Көйләү йоғонтоһон баһалау – ул хоҡуҡи экпертиза ла, ведомство килешеүе лә һәм коррупцияға ҡаршы экспертиза ла түгел. Көйләү йоғонтоһон баһалауҙың маҡсаты – яңы административ ҡаршылыҡтарға юл ҡуймау, артыҡ сикләүҙәр, эшҡыуарҙарҙың йөкләмәләрен һәм сығымдарын, бюджет тотоноуҙарын булдырмау, — тип билдәләне Евгений Маврин.

Көйләү йоғонтоһон баһалау билдәле бер стандарттар буйынса башҡарыла һәм унда өсөнсө яҡтың да ҡатнашыуын фараз итә, йәғни эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция берләшмәһен.

Көйләү йоғонтоһон баһалау тураһында һығымта яһау һәм уны, ҡарарҙар ҡабул итеүгә яуаплы булған, вазифалы кешегә йәки органға ҡарауға тапшырыу процедураһының һөҙөмтәһе булып тора, тип аңлатты вице-премьер.

Ыңғай һығымта проектҡа стандарт килешеү һәм раҫлау процедураларына старт бирә. Кире һығымта проекттың «йәшәйешен» тамамлай һәм бюджет аҡсаларын экономиялай һәм, әлбиттә, иҡтисадты артыҡ көйләүҙәрҙән һаҡлай.

Әлеге ваҡытта көйләү йоғонтоһон баһалау процедуралары Башҡортостан Республикаһының закон проекттары буйынса норматив нығытылмаған.

Шул арала көйләү йоғонтоһон баһалау системаһына республикала, әҙерләнә башлаған документтарҙың сифатын арттырыуға, дәүләт идаралығы сифатын арттырыуға бәйле, төплө ышаныс бағлайҙар.

— Тәҡдим ителгән закон проекты Башҡортостан Республикаһының норматив-хоҡуҡи акттары проекттарына ҡарата көйләү йоғонтоһон баһалау процедураһын беркетә, шул иҫәптән закондарға, шулай уҡ эшләп килгән норматив-хоҡуҡи акттары экспертизаларына ла, — тип хәбәр итте Евгений Маврин.

— Көйләү йоғонтоһон баһалау – ул заманса, эшлекле инструмент. Беҙҙең маҡсат һәм бурыс – иҡтисадты һауыҡтырыу, бизнес һәм дәүләттең заманса диалогын төҙөү, дәүләт идаралығы һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм бизнесҡа властың ышанысын көсәйтеү өсөн уны ҡулланыу, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды үҙенең сығышында Евгений Маврин.