Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡорт дәүләт педуниверситетының «Кружева» ансамбле концерт программаһы менән Сочиға юллана

Мәҙәниәт

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Кружева» ансамбленең тәүге сығышы 9 февралдә була. Был көндө коллектив Ҡыҙыл яланда урынлашҡан Олимпия ауылдарының (улар бөтәһе өсәү) береһендә концерт ҡуясаҡ.

Ансамбль етәксеһе, БР атҡаҙанған артисткаһы Ольга Андреева әйтеүенсә, былтыр йәй Сочиҙағы Уйындарҙың рәсми сайтында улар илдең ижади коллективтары араһында конкурс тураһында мәғлүмәт күреп ҡала. Үҙҙәренең бейеүҙәре менән видеоны ебәрәләр һәм йомғаҡтар буйынса иң күп тауыш йыялар.

— Ойоштороусылар беҙҙең менән бәйләнешкә инде һәм Сочиға саҡырҙы, — тип һөйләй Ольга Андреева. – 30 минутлыҡ концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡбыҙ, уны коллективыбыҙҙың визит карточкаһы булған «Шкатулка» урыҫ бейеүе асып ебәрә. Өс урыҫ бейеүенән башҡа, ҡыҙҙар һәм егеттәр башҡорт, татар һәм ҡаҙаҡ бейеүҙәрен башҡарасаҡ.

«Кружева» ансамбленең бейеүселәре Сочиҙа бөтәһе өс майҙансыҡта сығыш яһаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть