10 декабрь, Шәмбе

05 февраль 2014 йыл, 18:53

Республика Хөкүмәте 2013 йылдағы эше тураһында отчет менән сығыш яһаясаҡ

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты бойороғо менән БР Хөкүмәтенә 7 мартҡа тиклем срокта  2013 йылдағы  эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе тураһында отчет проектын ҡарауға тапшырырға ҡушылды.

Ул Башҡортостан Конституцияһының 87-се статьяһы 10-сы пунктын тормошҡа ашырыу маҡсатында башҡарыла, уға ярашлы Президент Мөрәжәғәтнамәһе менән Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәт итә, шулай уҡ парламентҡа Хөкүмәт эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләре тураһында йыллыҡ отчет бирә, шул иҫәптән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ҡуйған мәсьәләләр буйынса ла.

Бойороҡто үтәү буйынса контроль республика Президенты хакимиәтенә йөкмәтелде.