8 декабрь, Кесе йома

05 февраль 2014 йыл, 18:26

Өфөнөң һигеҙ мотор төҙөүсеһе Рәсәй Президенты стипендияһына лайыҡ

автор: Эльвира Латипова

Өфөнөң һигеҙ мотор төҙөүсеһе өс йыл дауамында Рәсәй Президенты стипендияһын аласаҡ. Уларҙың алтауһы Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә, икәүһе «Мотор» фәнни-етештереү предприятиеһында эшләй.

Стипендия «Рәсәй Федерацияһы оборона-сәнәғәт комплексы ойошмаларының йәш хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы саралары тураһында»ғы РФ Президенты Указына ярашлы тәғәйенләнә.

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөтә стипендиаттар ҙа – үҙенсәлекле белгестәр, газ турбинаһы двигателдәренә инновацион технологиялар индереүҙә тәжрибәләре бар.