9 декабрь, Йома

05 февраль 2014 йыл, 17:59

Башҡортостанда Дәүләт программаларын әҙерләү, тормошҡа ашырыу һәм уларҙың һөҙөмтәлелеген баһалау тәртибенең яңы редакцияһы раҫланды

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында Республиканың дәүләт программаларын әҙерләү, тормошҡа ашырыу һәм уларҙың һөҙөмтәлелеген баһалау тәртибенең яңы редакцияһы раҫланды.

Дәүләт власы органдарына 2014 йылдың 15 апреленә тиклем эшләп килгән дәүләт программаларын раҫланған Тәртипкә ярашлы итеп килтерергә, йәки яңыларын уға ярашлы рәүештә сығарырға ҡушылды.

Ултырышта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итеүенсә, айырым йылдарҙа төбәктә ғәмәлгә ашырылған программаларҙың иҫәбе 80-гә тиклем етте. Шул уҡ ваҡытта «уларҙың сифаты ҡайһы берҙә лайыҡһыҙ булды», уларҙың үтәлешен контролдә тотоу етерлек кимәлдә ойошторолманы.

— Хәҙер беҙ бүтәнсә эшләйбеҙ. Хәҙер программаларҙы формалаштырыу буйынса эш системаға килтерелгән, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы, транспорт һәм башҡа өлкәләр буйынса 22 дәүләт программаһы раҫланған һәм ғәмәлгә ашырыла. Бынан тыш, тағы ла биш программа әҙерләнеп бөтөп килә.

— Уларҙы тотоуға хәҙер талаптар көсәйтелә. Ә программаларҙы әҙерләү тәртибен регламентлаған документ 2010 йылдың декабрендә раҫланған һәм шул ваҡыттан алып айырыуса төҙәтелмәгән, ә бөгөн бында кәрәклек бар, — тине Рөстәм Хәмитов. — Программа – бюджет ресурстарын йәлеп итеү өсөн ниндәйҙер рәсми документ ҡына түгел. Ул тәрән эшләнгән нигеҙ, билдәле бер ресурстар булғанда аныҡ ваҡыт араһында ысын ирешерлек, аңлайышлы ҡуйылған маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеүгә йүнәлтелгән министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың эште ойоштороу планы булырға тейеш.

2014 йылда бюджет программаһының формалашыуы шулай уҡ әһәмиәтле. Тейешенсә, «дәүләт программаһын бюджет планлаштырыу менән ҡаты бәйләргә кәрәк».

— 2014 йылдың 1 мартына тиклем улар бөтәһе лә раҫланған бюджет менән ярышлы рәүешкә килтерелергә тейеш. Һәр программа сараһын финанс яҡтан нығытыу кәрәк. Баланс был өлөштә боҙолмаҫҡа тейеш. Шул уҡ ваҡытта бюджет средстволарын тотоноу һөҙөмтәлелеге программаны тормошҡа ашырыу баһаһының төп критерийҙарының береһенә әйләнә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.