6 декабрь, Шишәмбе

05 февраль 2014 йыл, 15:09

Республика халҡының поездарға билетты телефон аша бронләү мөмкинлеге тыуҙы

автор: Розалия Вәлиева

Поезға билетты «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Берҙәм мәғлүмәт-сервис үҙәге телефоны буйынса тәғәйенләп ҡалдырып була. Был турала тимер юл ведомствоһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Элек телефон буйынса бронләү хеҙмәте менән Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе халҡы ғына ҡуллана ала ине, әлеге ваҡытта бөтә Рәсәй халҡы тәғәйенләп ҡалдыра ала, шул иҫәптән Башҡортостанда йәшәүселәр ҙә.

Билетты 8-800-775-00-00 телефоны буйынса «Федераль пассажирҙар компанияһы»ның алыҫ араға дәүләт эсендә һәм халыҡ-ара БДБ илдәренә, Латвия, Литва, Эстония, Абхазия Республикаларына йөрөгән поездарға билетты 43 көндән тәғәйенләп ҡалдырып була. Халыҡ-ара поездарға глобаль хаҡтар буйынса – поезд ҡуҙғалыуға тиклем 58 тәүлек ҡалғандан алып һәм дүрт көн ҡалғанға тиклем. Хеҙмәттәр Калининградҡа һәм Калининград өлкәһенә барған поездарға ҡағылмай.

Клиент Рәсәйҙең теләһе ҡайһы нөктәһенән шылтыратып операторға сәфәр маршрутын һәм паспортының мәғлүмәттәрен әйтә ала. Билетты резервта ҡалдырғандан һуң тәүлек эсендә «Федераль пассажирҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең теләһе ҡайһы кассаһында йыйым иҫәбе менән билетҡа түләргә һәм бланкта йөрөү документын алырға тейеш. Билетты ҡул аҡса йәки банк картаһы менән түләп була.

темалар: транспорт