3 декабрь, Шәмбе

05 февраль 2014 йыл, 12:40

Ҡәҙим Аралбай һәм Ирек Кинйәбулатов – Назар Нәжми исемендәге әҙәби премия лауреаттары

автор: Эльмира Сабирова

Шағирҙар, Назар Нәжмиҙең ижадына арналған альбом авторҙары-төҙөүселәре, Ҡәҙим Аралбай һәм Ирек Кинйәбулатов уның исемендәге әҙәби премияға лайыҡ.

Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуған көнөнә арналған сара уның бәләкәй ватанында Дүртөйлө районында үтте.

Әҙәбиәтсене иҫкә алырға Өфөнән яҙыусылар төркөмө килде, шул иҫәптән, БР Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, «Өмет» гәзитенең баш мөхәррире Рәдис Ноғоманов, музыкант һәм йырсы Радик Динәхмәтов, шулай уҡ Назар Нәжмиҙең туғандары һәм уның ижадын хөрмәтләүселәр йыйылды. Йола буйынса улар шағирҙың һәйкәленә сәскә һалды, уның шиғырҙарын уҡыны һәм хәтирәләр менән уртаҡлашты.

Мәктәп уҡыусылары ла байрамдан ситтә ҡалманы. Шағир исемен йөрөтөүсе 6-сы Башҡорт гимназияһы уҡыусылары концерт программаһы әҙерләгәйне, унда Назар Нәжми исемендәге үҙешмәкәр шағирҙар фестивале лауреаттары ҡатнашты.

Шулай уҡ ҡунаҡтар әҙәбиәтсенең тыуған ауылы Миңештелә уның Йорт-музейында булды.

Хәтер көнө әҙәби-музыкаль концерт менән тамамланды, уның сиктәрендә лауреаттарға наградалар ташырҙылар, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.