Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Константин Толкачев Закондар сығарыусылар Советы Президиумы ултырышында ҡатнашты

Сәйәсәт

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы ҡарамағындағы Закондар сығарыусылар Советы Президиумы ултырышында ҡатнашты. Федераль Йыйылыштың ике палатаһы етәкселәре рәйеслегендәге ултырышта илдәге мәҙәни сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнде. Закондар сығарыусылар шулай уҡ Рәсәй Федерацияһында закондар ҡабул итеү процесын камиллаштырыуҙы ҡараны.

Атап әйткәндә, парламентарийҙар һәм төбәк вәкилдәре мәҙәниәт тураһында ҡануниәтте артабан үҫтереү перспективаларын һәм «Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫы объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында» Федераль законға өҫтәмәләрҙе тикшерҙе.

Төбәк вәкилдәре Рәсәйҙә Мәҙәниәт йылын үткәреүгә ҡарата үҙ идеялары менән уртаҡлашты. Уларҙың фекеренсә, «Мәҙәниәт тураһында»ғы Федераль законды ҡабул итеүҙе тиҙләтергә, бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауыл ерендә мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереүгә закондар менән ярҙам итергә, матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡларға кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть